Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2019, 08:44

Иртән һәләк булған

Кисә, таңғы 6 сәғәттә, баш ҡаланың Затон микрорайонында ҡот осҡос юл фажиғәһе булған. Үҙәк урамдарҙың береһендә ВАЗ-2107 һәм SKODA Octavia автомобилдәре бәрелешкән. Рәсәй автомобилендәге 24 йәшлек водитель урында уҡ йән биргән, уның өс пассажиры дауаханаға оҙатылған. Сит ил автомобиленә 48 йәшлек ир идара иткән, ул да йәрәхәтләнгән

Бәрелеш шаһиттары әйтеүенсә, автомобилдәр ҙур тиҙлектә һуғылышҡан, ВАЗ-2107 машинаһынан тик емереклек ҡалған.

Юл ҡабаланғанды, ҡағиҙәләре боҙғанды ғәфү итмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоно инҡар иткәндәрҙең яҙмышы аяныслы. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: