Бер аҙна эсендә ауылдарынан йыраҡ түгел урында өс эт кәүҙәһе табылған. Асыҡланыуынса, уларҙы бүреләр талап үлтергән. Был хәлдән ҡурҡҡан урындағы халыҡ һунарсыларға мөрәжәғәт иткән.
“Ихатала, бәйҙә ултырған эттәрҙе талаған бүреләр, – тип яҙа был ауылда йәшәгән ҡатын социаль селтәрҙәрҙә. – Беҙ һорап ҡына ҡалмайбыҙ, ҡысҡырабыҙ. Кешеләрҙе лә үлтереүен көтәһегеҙме? Ҡарағыҙ, эттән нимә генә ҡалған”.
Ауыл халҡы белдереүенсә, улар бындай мәсьәлә менән тәүге тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй.Башҡортостан гәзитенән.