Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2019, 08:38

Ҡайҙа ирҙәргә ҡытлыҡ юҡ?

2036 йылда бары бер генә төбәктә ир-атҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ.

Был төбәк – Чукотка.Статистика белгестәренең әйтеүенсә, әле бөтә төбәктәрҙә лә хәл берҙәй: бер мең иргә 1154 ҡатын тура килә.


2036 йылда был нисбәт бер меңгә 1128 буласаҡ. Ә Чукоткала хәл киреһенсә- бөгөн бер мең иргә-956 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 2036 йылда нисбәт бер меңгә 813 буласаҡ. Ир-ат араһында үлем осраҡтары айырыуса күп. Тәүҙә ҡыҙ һәм малайҙар һаны берҙәй булһа ла, 20-25 йәштәргә хәл ҡырҡа үҙгәрә . 60 йәштәрҙә бер иргә ике ҡатын-ҡыҙ тура килә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: