Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2019, 13:31

Асҡында батшалар балығын үрсетмәкселәр

“Ағиҙел балыҡсылыҡ хужалығы” компанияһы Асҡын районында балыҡ үрсетеү хужалығы төҙөлөшөн тамамлап килә. Уның бағыр һәм төньяҡ промысла балыҡтарын үрсетеү буйынса яһалма быуа асыуға арналған инвестиция проектына Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы булышлыҡ итә.

Компания киләсәктә тағы ла бер күләмле проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Ул үҙебеҙҙә балыҡ ризыҡтары етештереүҙе өс мең тоннаға арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Өҫтәүенә яңы 100 эш урыны булдырыу күҙаллана. 2023 йылға инвестор яһалма быуалар селтәрен киңәйтеп, Благовещенда балыҡ эшкәртеү заводын төҙөргә ниәтләй. https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/as-ynda-batshalar-baly-yn-rsetm-ksel-r/
Читайте нас в