24 августа 32 йәшлек Раевка кешеһенә бик ныҡ аҡса кәрәк булып китә.
Юлында 80 йәшлек әбей осрай. Уның өйөнә бәреп инеп, бысаҡ менән ҡурҡыта, ныҡ итеп туҡмап, 21 мең һум аҡсаһын һәм ябай телефонын ала. Ҡарт кешенең танауы һына, башы йәрәхәтләнә, тәне күгәрә.
Был ғына етмәй әҙәм аҡтығына: шул уҡ ауылда икенсе оло кешенең өйөнә баҫып инә. Ярай әле, бер кем дә булмай, уға ла эләгер ине был яуыздан. Йорттан кәрәҙле телефон, аҙыҡ-түлек юғала.
Был әҙәмде белгән кеше уның элек тә автомобиль урлап хөкөм ителгәне тураһында һөйләне. Енәйәте өсөн яза бирер ҙә ул, ә бына оло кешенең тән яраһы ла, күңел яраһы ла оҙаҡ йүнәлер шул. Башҡортостан гәзитенән.