Ул “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Андрей Назаров исемен йөрөтәсәк.
Стипендия суммаһы әлегә билдәле түгел. Иҡтисад, финанс, эшҡыуарлыҡ буйынса тик яҡшы уңыштарға өлгәшкәндәр өмөтләнә ала уға.
Андрей Назаров үҙе Сибайҙан, яҡташтарын онотмай, әле лә ул Ҡала көнө һәм Шахтерҙар байрамы айҡанлы тыуған яғына ҡайтҡан.Башҡортостан гәзитенән.