59 йәшлек ир утыҙ йыл буйына баш ауыртыуына зарланған, әммә сәбәбен асыҡлай алмағандар. Медикаменттар ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, хәл яҡшырмаған.
Бары 2019 йылдың июлендә генә табиптар уға МРТ үтергә һәм ҡан анализы бирергә ҡуша. Мейеләге селәүҙе күреп, үҙҙәренең һушы китә. Операция уңышлы үтә.
Паразиттың кеше организмына йылғанан һыу эскәндә эләгеүе ихтимал, тип иҫәпләй табиптар.Башҡортостан гәзитенән.