Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 08:29

Табиптар операция ваҡытында… сығып ҡаса

Ставрополь крайының Курсавка ауылында 24 йәшлек Диана күптән көткән бәпәйен табыу өсөн дауаханаға килә. Йөклөлөк осоро баштан уҡ матур ғына бармай. Ҡатынға ашығыс кесерево эшләргә булалар.

Бер бисмиллаһыҙ башланған эш уңмай. Ҡатындың хәле насарая, кислород битлеге боҙоҡ булып сыға. Шул ваҡытта табип, 72 йәшлек Евгения Уманская “ҡан баҫымым күтәрелде” ти ҙә, Диананы операция өҫтәлендә ҡалдырып, ҡайтып китә.


Унан һуң килгән табип та ауыр хәлдәге ҡатынға ярҙам итергә теләмәй. Эсет Бузуртановаға эш мәлендә ире шылтырата ла үҙен ҡайҙандыр килеп алыуҙы һорай. Табип күп уйлап тормай, “минең сменам түгел, хәле ауыр” ти ҙә шулай уҡ ҡайтып китә.


Диана янына санавиация килеп өлгөрә, тик бер нисек тә ярҙам итә алмайҙар. Һуң була...


Һөҙөмтәлә, бәпес иҫән, Диана – юҡ. Ошондай хәлгә тарырға Хоҙай ҡушмаһын.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: