- Владислав Сергеевич, һеҙ инде 10 йылдан ашыу Шүлгәнташты тикшерәһегеҙ, ошо арауыҡҡа ниндәйҙер йомғаҡ яһап, ниндәй табыштарығыҙҙы, ҡаҙаныштарығыҙҙы билдәләр инегеҙ? - өмөт менән, башҡорт тарихына инерлек яңылыҡ көтәм. - Әлегә бер ниндәй ҙә ҡаҙаныштарыбыҙ юҡ, әммә киләсәктә булыр тип өмөтләнәбеҙ, - ти әңгәмәсем. Ҡыҫҡаһы, Мәскәү һынлы Мәскәүҙән килгән ғалимдан гәзит уҡыусыларыбыҙҙың мәғлүмәти танһығын ҡандырыр һүҙҙе тартып алып булманы... Бөгөн Шүлгәнташ мәмерйәһе ике хужаның милке булып тора. Бер яҡтан, ул РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология, РФ Мәҙәниәт министрлыҡтарына буйһонһа, йәғни федераль милек булһа, икенсе яҡтан, ул Башҡортостандың мәҙәни ҡомартҡыһы. Был Рәсәй гербындағы ике башлы сәмреғошҡа оҡшап китә - бер башы федералдарҙың бойороғон тыңлаһа, федераль ҡануниәткә буйһонһа, икенсе башы башҡорт халҡы һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә эшләргә тырыша, урындағы закондарға буйһона, әммә федералдарҙы уҙып китә алмай. Ләкин бер ҡаҙанға ике тәкә башы бер ваҡытта ла һыймай. Ошо сәфәр ваҡытында күҙәтелгән күренеш аша ла киләсәккә фараз ҡылырға мөмкин. Башҡорттарҙа Шүлгәнташ буйынса бик күп һәм төрлө тармаҡтарҙағы тикшеренеүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, был сығанаҡтарҙы тиҙҙән урыҫ ғалимдарының тикшеренеүҙәре күләгәлә ҡалдырыуы ихтимал. Башҡорт Википедияһы менән ҡыҙыҡһына башлағас, башҡорт ғалимдарының күпселегенең эштәренең электрон варианты булмауы асыҡланды. Ә Википедия - ул тәү сиратта абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнеүсе глобаль энциклопедия. Һөҙөмтәлә сығанаҡтарҙы цифрлаштырыу буйынса алға китеүселәр мәҡәләләргә үҙҙәренең һылтанмаларын күрһәтеп, башҡорт ысынбарлығы ни тиклем дөрөҫ булмаһын, уны артҡы планға сығара. Бөгөн башҡорт тарихын Карамзин ул ваҡыттағы властарға оҡшағанса итеп 12 тапҡыр күсереп яҙыуы хаҡында һөйләйбеҙ ҙә, әммә хәҡиҡәтте күрһәтерлек абруйлы сығанаҡтарыбыҙ ҡайҙа? Шуның кеүек, әгәр бөгөн Шүлгәнташта Мәскәү вузы ғалимдары һәм студенттары тикшеренеү эштәре алып бара, экскурсоводтар "Европаны елеп үткән" кеүек кенә экскурсия үткәрә, Башҡортостан археологтары, туристарҙы ауыҙына ҡаратып ҡуйырлыҡ экскурсоводтар юҡ икән, саң ҡағырға һәм үҙебеҙҙең кадрҙарҙы әҙерләй башларға ваҡыттыр (һуңламаған булһаҡ әле!).