Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 08:44

Коллекторҙар... балаға атҡан

Красногорск ҡалаһынан ике коллектор 23 август подъезд янында туғыҙ йәшлек ҡыҙ менән атаһын осратып, ирҙән банкка тиҙ арала бурысын ҡайтарыуҙы талап итә.


Ҡаты һөйләшеү барышында улар тиргәшә башлай. Коллекторҙар ирҙе ҡурҡытып, пневматик пистолет сығарып төбәп, атып үлтерәбеҙ тип янай.


Үкенесле, яуыз ниәтле коллекторҙар шаяртмай: пневматик пистолеттан туғыҙ йәшлек ҡыҙ балаға һәм уның атаһына ата. Әле был ҡот осҡос ваҡиға буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.


Зыян күргәндәрҙе дауаханаға оҙатҡандар, әле медиктар уларға медицина ярҙамы күрһәтә.
Читайте нас: