Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 08:51

Киттың ауыҙынан нисек ысҡына алған?

Дайвинг буйынса тренер Райнер мөғжизә менән киттың ауыҙынан ысҡынып ҡотола алған. Был хәл Көньяҡ Африкала була.

Ир ярҙан алыҫ булмаған ерҙә йөҙгәндә донъяның ҡапыл ҡараңғыланып киткәнен тоя, әммә үҙенең кит ауыҙына килеп эләккәнен аңламай. Ә бер нисә секундтан тын ала алмай башлай.


Бәхеткә күрә, кит үҙенең ауыҙында балыҡ түгеллеген аңлаптыр, дайверҙы тиҙ арала һыуға төкөрә лә артабан йөҙөп китә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас в