Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 08:55

Күл ниңә төҫөн үҙгәрткән?

Туристарҙы аптырашта ҡалдырып, Тоҙ күле зәңгәрһыуҙан алһыу төҫкә ингән.

Төркиәлә ҙурлығы буйынса ул икенсе урында тора. Ә төҫөнөң үҙгәреүе ундағы төрлө ылымыҡтарға, бактерияларға бәйле. Баҡтиһәң, ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырыуынан, юғары температуранан ылымыҡтар үҙҙәрен һаҡлау өсөн күпләп бета-каротин бүлеп сығара башлай икән. Был күлде шулай уҡ, бик тәрән булмағанлыҡтан, алһыу фламинголар ҙа төйәк иткән.


Экологтар әйтеүенсә, көндәр һалҡынайтыу менән күл кире күк төҫкә инәсәк.

Башҡортостан гәзите:нән.


Читайте нас: