Йәй осоро еләк-емештең мул ваҡыты. Баҡсала үҫкәнен дә, һатып алып ашап та кинәнәбеҙ. Ситтән килеп һатыу итеүселәрҙең тейешле документтары ентекле тикшереләме икән, тигән борсоу бар миндә. Мәҫәлән, ошондай бер һатыусынан медицина кенәгәһен күрһәтеүен һорағас, "һәр берегеҙгә күрһәтеп торорға ваҡытым юҡ", тип яуап бирҙе. Ябай һатып алыусыны һанға һуҡмаһа ла, санэпидемстанция үҙәге хеҙмәткәрҙәренә күрһәтергә бурыслы бит инде ул. Шуға күрә уларға, үҙ сиратында, эштәренә яуаплы ҡарауҙарын һорар инем, ни тиһәң дә, үҙ һаулығыбыҙ - үҙ ҡулыбыҙҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, әлегә тиклем бындай тикшереү барышын күргәнем юҡ әле. Яҙмамды тамамлап, барлыҡ гәзит уҡыусыларға ла үҙҙәренең әйтер һүҙен әйтә йөрөүен теләйем. Бергә булғанда, берҙәм булғанда, күп эштәрҙең осона сығырға була.