Ошоларҙы ҡушып 30-40 минут ҡайнатабыҙ, 2-3 минут ҡалғас, ярты стакан һарымһаҡ, 2 балғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе, 1 балғалаҡ ҡара борос һалабыҙ.
Стерилләнгән банкаларға тултырып, нығытып ябып ҡуябыҙ.
2 кг помидорҙы түңәрәкләп, 1 кг һуғанды дүңгәләкләп ҡырҡып, 1 кг кишерҙе эре ҡырғыста ҡырып, 1 кг болгар боросон һаламлап турап, шуларға 300 г көнбағыш майы, 300 г шәкәр, 100 г туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ ҡушып ҡайнатабыҙ.
20-30 минуттан стерилләнгән банкаларға тултырып, төрөп һыуытабыҙ.Башҡортостан гәзитенән.