Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 08:59

Анастасия Заворотнюкта яман шеш бармы, юҡмы?

Интернет сираттағы яңылыҡ менән тулды: имеш, яратҡан актрисабыҙ Анастасия Заворотнюк рак менән сирләй.

Яман шеште “Моя прекрасная няня” сериалы геройының баш мейеһендә тапҡандар, тиҙәр. Уның һуңғы ваҡытта төрлө сараларҙа күренмәй, ҡатнашмай башлауын, бер нисә ролдән баш тартыуын да ошо ҡурҡыныс сиргә бәйләйҙәр.


Ысынбарлыҡта нисек икән һуң? Быйыл өсөнсөгә әсәй булған 47 йәшлек Анастасия әллә ысынлап сирләйме икән?


Заворотнюк һәм уның агенттары был мәғлүмәтте инҡар итте. Эйе, ул һуңғы ваҡытта киноға әҙерәк төшә, ролдәрҙән дә баш тарта. Яңы ғына бала тапҡан әсәнең хәлен аңларға ла булалыр, арыйҙыр.


Һәр хәлдә, әйҙәгеҙ яҡшыға ышанайыҡ. Күптәрҙе ҡырған был сир яратҡан актрисабыҙҙы урап үтһен инде.БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕНӘН.
Читайте нас: