Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 08:49

Һаҫыҡ еҫ, ҡомаҡтар...

Дүртөйлө ҡалаһы халҡы йорт алдарынан сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауын хәбәр итеп, антисанитария, һаҫыҡ еҫ булыуына, ҡомаҡтарҙың күбәйеүенә зарлана.

лар “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторының тәғәйен бурысын үтәмәүен, бер ниндәй эш алып бармауын белдереп, “ҡала урамдары бөгөн сүп-сарға күмелгән, йыйыштырылмай” тине.


Быға тиклем дә ҡала халҡы республика Башлығы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән булған, әлбиттә, етешһеҙлектәр тиҙ арала юҡ ителгән. Әммә ваҡыт үткәс, был проблема тағы ҡалҡып сыҡҡан, сүп-сар өйөмө сығарылмай, кешеләр был хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшһә лә.


“Беҙ нимә өсөн түләйбеҙ һуң? Тиҙҙән сүп-сарға күмеләсәкбеҙ. Был эшкә тотонғанһығыҙ икән, намыҫ менән башҡарығыҙ, һаҫыҡ еҫ менән тонсоҡтормағыҙ”, – тип талап итә дүртөйлөләр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: