Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Август 2019, 19:05

Йыуындырырға алып бара ла... сәнсә

Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылында аяныслы ваҡиға теркәлгән, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Ҡырҡ йәшлек ҡатын балаларын мунсаға йыуындырырға алып бара. Тик унда, ни сәбәптәндер ҡулына бысаҡ алып, биш йәшлек ҡыҙына ташлана...


Балаларының ҡурҡып ҡысҡырған тауышына өйҙән аталары йүгереп сыға. Хәлдең айышына төшөнөп, тиҙ генә "Ашығыс ярҙам" саҡырта.


Һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаилә ауылда рәсми теркәлмәйенсә йәшәгән, улар был төбәккә яңыраҡ ҡына күсеп килгән. Асыҡланыуынса, ҡатын психик ауырыу менән яфаланған.


Бәхеткә күрә, мунсала яраланған ҡыҙ иҫән, бысаҡ йөрәге янынан үтеп, бер яҡ үпкәһен йәрәхәтләгән. Табиптар бәләкәй пациентҡа ваҡытында операция яһаған. Бала әле дауаханала.


Аяныслы хәл буйынса тикшереү эше башланған, ғаиләнең йәшәү шарттары күҙәтеүҙә тотола."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: