Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 47 йәшлек ҡатын янына “бағымсы” урам буйында килә һәм, һиндә сихыр бар, ти. Үҙе шунда уҡ уны “бөтөрөргә” булып китә. Беркеткес, йомортҡа һәм таҫтамал ярҙамында эш итә башлай. Бының өсөн аҡса һорай. Тик ҡатындың янында аҡсаһы булмағас, уға алтын алҡа менән балдағын сисеп бирә.
Ваҡыт үтә, алданған ҡатын сихырсыға барып күрешергә тырыша, тик бер нисек тә килеп сыҡмай. Аптырағас, ул полицияға мөрәжәғәт итә.