Был диета өсөн икмәк сәйе әҙерләп алырға тура килер. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 200 г арыш икмәген киҫкеләп, бер литр ҡайнар һыуға һалып ҡуйырға һәм 8 – 10 сәғәт тотҡандан һуң һөҙөп алырға.
Иртән иртүк уяныу менән бер-ике сынаяҡ йәшел сәй эсергә.
8.00 – бер сынаяҡ икмәк сәйе һәм алма.
9.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйенә ярты сынаяҡ виноград һуты ҡушып эсергә һәм 100 г виноград йәки 50 г йөҙөм ашарға.
10.00 – 2 сынаяҡ йәшел сәй.
11.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйенә ярты сынаяҡ кишер һуты ҡушып эсергә һәм бер алма ашап ҡуйырға.
12.00 – бер сынаяҡ виноград һуты һәм 100 г виноград йәки 50 г йөҙөм.
15.00 – 2 сынаяҡ йәшел сәй.
16.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйе һәм ярты сынаяҡ кишер һуты.
17.00 – бер стакан минераль һыу.
18.00 – 2 – 3 татлы борос.
19.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйе һәм ярты сынаяҡ алма йәки груша һуты.
Төнгөлөккә – бер сынаяҡ йәшел сәй.Йәшлек гәзитенән.