Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Август 2019, 15:30

Нисек уны айыу ашамаған?

Түбәнге Новгород өлкәһендә биш йәшлек ҡыҙҙың өс көн буйына аҙашып йөрөүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Беҙ ҙә, эҙләүҙә ҡатнаша алмаһаҡ та, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торҙоҡ, тиҙерәк табылыуын теләнек. Ниһайәт, Зарина табылды, тип ҡыуандыҡ.

Әҙерәк хәл ингәс, ҡыҙ үҙенең нисек иҫән ҡалыуын һөйләгән. Әсәһе Мәликәнең әйтеүенсә, Зарина тәүге төндә үк ямғыр аҫтында ҡалып ныҡ һыулана. Ҡыҙ шортигын, итектәрен сисеп ырғыта, өс көн, өс төн буйы футболкала ғына йөрөй. Урманда бер ни ҙә ашамаған, эсмәгән. Уны тапҡан ирекмәндәрҙең әйтеүенсә, ҡыҙ тауышҡа үҙе яуап биргән, тәне бөжәктәр тешләүенән шешенеп бөткән, аяҡтары һыҙырылып ҡанаған, яланаяҡ, ниндәйҙер клеенка өҫтөндә ятҡан була.


Өшөүҙән дерелдәп торған бала һыу һәм торт һораған. Уның арыуға зарланмауы, иламауы ҡотҡарыусыларҙы таң ҡалдырған. Эҙләү барышында өлкәндәргә, айыу эҙҙәренән тыш, йыландар ҙа осрай, ҡабан эҙҙәре лә була.


Балаға фәрештәләр ярҙам ҡулы һуҙғандыр, ахыры. Табиптарҙың әйтеүенсә, көслө стресс уның сәләмәтлегендә сағылыш тапмаған. Хәле уртаса ауырлыҡта, ти табиптар.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/nisek-uny-ayyu-ashama-an-/
Читайте нас: