Был хаҡта ул “Тамаша” журналына биргән әңгәмәһендә: “Сит илгә көтмәгәндә лә сығып китергә тура килде. 1965 йылда Ленинградта сығыштарыбыҙ барғанда, ансамблде Мәскәүгә саҡырып алдылар ҙа ашығыс рәүештә Афғанстанға ебәрҙеләр, – тип хәтирәләргә бирелә. – Ифрат ярлы был илдә беҙгә асыҡ йөҙ күрһәтеп, яҡшы шарттар тыуҙырырға тырыштылар. Ил башлығы ҡустыһының резиденцияһында торҙоҡ, хатта уның шәхси бассейны менән файҙаланырға рөхсәт иттеләр. Йәш саҡта ҡыҙыҡ эҙләп йөрөйһөң бит ул. Ете ишек теҙелеп тора, береһендә сәллә эленгән. Мин шуны алдым да сиратлашып кейә-кейә фотоға төшәбеҙ. Беҙҙең етәксе булып барған КГБ хеҙмәткәре күреп ҡалды ла: “Сәлләне тиҙ генә урынына элеп ҡуй, халыҡ-ара ғауға сығараһың бит”, – тип шелтәләне. Ете бүлмәлә резиденция хужаһының ете ҡатыны йәшәй, ә сәлләнең ишек башында эленеүе уның бөгөн ҡайһы ҡатыны янына инеүен аңлата икән”.