Һөҙөмтәлә, Өфөнән вахта ысулы менән халыҡты ташыған автобус оло юлда түңкәрелә. Автобуста булған һигеҙ пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән урындағы дауаханаға оҙатыла. Үкенескә ҡаршы, Башҡортостандың Хәйбулла районынан булған 17 йәшлек ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәренән дауаханала вафат була, ә ҡыҙҙың әсәһе реанимацияға эләгә. Юғары уҡыу йортонда белем алырға хыялланған ҡыҙ тыуған көнөнән бер көн алда һәләк була.
Медицина тикшереүе үткәргәндән һуң, "КамАЗ" водителенең рулгә иҫерек килеш ултырыуы билдәле була. Әле фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, авария сәбәптәре асыҡлана, водитель СИЗО-ға ябыла. Шуныһы аяныслы: 36 йәшлек ир үҙенең ғәйебен танымай, етмәһә, ул быға тиклем дә төрмәлә ултырып сыҡҡан була. Башҡортостан гәзитенән.