Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 11:38

Талашһағыҙ, әйберҙәрен түгел, ирҙең үҙен “ташлағыҙ”

Бер көн Рязань ҡалаһында ирле-ҡатынлы әҙерәк күңел асып алырға була. Эскәс, матур ғына башланған табын талашҡа әйләнә.

Ханым, туҙынып китеп, иренең әйберҙәрен ишек төбөнә сығарып ташлай башлай. Иң һуңында үҙен дә ҡыуа. Төн уртаһында ҡайҙа барырға белмәгән бисара ир ишек төбөндә ятып йоҡлай.

Ә иртән уянып китһә, әйберҙәренән, шул иҫәптән портфеленән елдәр иҫкән... Ирле-ҡатынлы полиция саҡырта, ни өсөн тигәндә, сумкала 700 мең һум аҡса ятҡан була.


Бурҙар тиҙ табыла. Урындағы эскеселәр булып сыға улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сумканы тапҡан мәлдә аҡсаны тотоноп бөтәләр тиерлек...


Шулай итеп, апай-һеңлеләр, һеҙгә бер аҡыл. Әрләшәһегеҙ икән, ирегеҙҙе бер үҙен генә, әйберҙәрһеҙ ҡыуып сығарығыҙ. Ғаилә бюджетына зыян килмәҫ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: