Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 11:06

Күкрәгендә дүрт миҙал балҡый

Сыктывкар аэропортында Рәфис бер кеше менән таныша. Уларҙың икеһе лә Воркутаға оса. Ихлас әңгәмәләшәләр. - Миңә Төньяҡ ҡасабаһына барырға кәрәк, - ти Рәфис. - Шахтаға эшкә урынлашырға уйлайым. Яҡташтарым саҡырҙы.- Мин дә шунда йәшәйем, - тип йылмая Виктор. - Биш йыл эшләйем. Ә һин үҙең ҡайһы яҡтан булаһың?- Башҡортостандан, Стәрлебаш районы үҙәгенән.Ҡасабаға барып еткәндә эңер төшә башлай.- Был ваҡытта ҡайҙа бармаҡсы булаһың, - ти Виктор. - Әйҙә, беҙҙә төн үткәрерһең. Ә иртәнсәк эштәреңде эшләрһең.1980 йылдың октябрь айы. Рәфис Мөхәмәтйәновҡа был ваҡытта 23 йәш тулған була.

Икенсе көнөнә ул яҡташтары Наил Искәндәров һәм Фәнил Ғәлиев менән осраша. Улар отпуск ваҡытында ата-әсәләре янына ҡайтҡанда, уны бында килергә өгөтләйҙәр. Үкенмәҫһең, тиҙәр... Рәфис урта мәктәпте тамамлағас МСОла (колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында) эшләй. Армияла хеҙмәт итә. Һуңынан - йәнә МСО. Һәм бына тәҡдим. Атаһы Мәлих Нәғим улы менән әсәһе Хәлимә Хәбир ҡыҙы тәүҙә уны йыраҡ ергә китмәүен үтенәләр. Әммә һуңынан ризалашалар: әгәр теләгең ныҡ икән, шулай булһын.

Иртәнсәк өс яҡташ та Аяч-яга шахта хакимиәте бинаһына юл тота. Ә барлығы «Воркутауголь» берләшмәһендә ошондай ун өс шахта була.

- Был республиканың комиҙар халҡы телендә шулай, - тип аңлата Фәнил.

Участка начальнигы Валерий Громов иғтибарлап тыңлай. Бер нисә һорау бирә. Артабан ул:

- Яҡшы. Беҙ һинең менән ҡәнәғәт. Эштә һынатмаҫһың тип ышанам. Ғаризаңды шахта директорына алып барырбыҙ. Дөйөм ятаҡтан урын бирербеҙ, - ти.

Тәүҙә Рәфис егерме көн уҡыу комбинатында була. Һуңынан - шахтаға тәүге төшөүе. Тәрәнлеге - 700 метрҙан ашыу.

- Ҡурҡма, - тип дәртләндерә Любомир Нагирный.

Ә Рәфис бөтөнләй ҡурҡмай. Әммә таш күмер сығарған шаҡтай ҙур участка уны таң ҡалдыра. Забойҙар әллә ҡайҙа тиклем һуҙылған.

Ер аҫты ҡоролмалары машинисы була. Был ҡоролмалар тиҫтәләгән километрҙарға һуҙылған таҫма һәм һоҫҡоло транспортерҙарҙы хеҙмәтләндерә.

Бер йылдан ул отпуск ала.

- Пландарың ниндәй? Ҡайҙа бараһың? - тип һораша хеҙмәттәштәре.

- Стәрлебашҡа, - тип яуап бирә Рәфис.

Һәм шаяртып:

- Өйләнермен, бәлки, - тип өҫтәп ҡуя.

Һәм, ысынлап та, матур туй яһайҙар. Мөхәмәтдәмин ауылынан Фәймә исемле ҡыҙ уның тормош иптәше була. Икәүләп шахтерҙар ҡасабаһына юл тоталар. Оҙаҡламай профкомға саҡырталар.

- Һеҙгә фатир бирәбеҙ, - тип хәбәр итәләр уларға.

Тағы ла ике йыл үтеп китә. Бер ваҡыт бригадир Мөхәмәтйәнов өсөн бер аҙ көтөлмәгән мәғәнәле һүҙ башлай.

- Һиңә белгеслегеңде алмаштырыр өсөн уҡып алырға кәрәк булыр, моғайын, - ти Любомир Михайлович. - Бер аҙ юғарыраҡ үрләргә. Әйҙә, ярҙам итермен.

Ҡырҡ көн уҡығас, Рәфис забойҙа тау сәнғәте эшсеһе булып эш башлай. Яуаплы участка. Шахтала комбайндарҙың юғары етештереүсәнлеге өсөн мөһим ярҙамсы эштәр менән шөғөлләнәләр.

Шахтер эше - иң ауыр һәм хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Бында бер туҡтауһыҙ эш. Үҙгәреүсән график буйынса тәүлегенә дүрт смена. Шулай итеп смена алты сәғәт дауам итә. Тонсоу, туҙан араһында, көслө тауышлы ер аҫтында ошо сәғәттәрҙе үткәреү ни тиклем ауыр булыуы тураһында әйтеп торорға кәрәкме икән? Эш ваҡытында өйҙән килтергән ризыҡ менән тиҙ арала тамаҡ ялғап алаһың. Эшселәр шахтанан күтәрелгән ҡиәфәттә өйгә ҡайтып булмай. Бында, өҫтә, уларға йыуыныр өсөн - мунса, душ ҡаралған. Әгәр шахтаға тиклем барыу, унда төшөү, әҙерләнеү, ҡабаттан күтәрелеү ваҡытын иҫәпләһәң - дөйөм алғанда ун сәғәт тирәһе була. Бынан тыш һәйбәт эш һөҙөмтәһенә лә ирешергә кәрәк. Был Рәфистең ҡулынан килә.

Шулай уҡ башҡа ҡыйынлыҡтар ҙа була. Төньяҡ Боҙло океан янындағы Поляр аръяғында, дөйөм алғанда, климат бик һалҡын. Ҡышын - көслө буран, өс ай тирәһе поляр төндәр тора, ул ваҡытта һәр саҡ ҡараңғы тиерлек. Әммә яһалма яҡтыртыу һәйбәт ойошторола. Йәй - ҡыҫҡа. Кешеләр бөтә нимәгә күнегә. Рәфис тә, уның иптәштәре кеүек, быларҙың барыһына ла өйрәнә. Тормош үҙ яйы менән бара. Һәйбәт эшләй. Хөрмәт ҡаҙана.

Шул йылдарҙа (Совет власы ваҡытында) бында илдең төрлө төбәгенәнн киләләр. Татыу йәшәйҙәр һәм шулай уҡ татыу эшләйҙәр. Үҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Отпуск - ике ай. Һәр шифаханаға бушлай путевка. Ҡасабала һигеҙ йыллыҡ мәктәп, ике балалар баҡсаһы, Мәҙәниәт йорто һ.б. бар. Йәйен сәләмәтлек поезы эшләй, унда шахтерҙар ғиләһе төньяҡ емеш-еләге, бәшмәк артынан йөрөй.

1987 йылда бер ваҡыт Рәфискә хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы килтерәләр.

- Һине йәнә армияға алалармы ни? - тип ғәжәпләнә ҡатыны.

- Белмәйем.

Комиссариатҡа барғас, авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн махсус төркөм составында уны ла Чернобыль атом электр станцияһына ебәрергә ҡарар итеүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Ул бында дүрт ай, шул иҫәптән 40 көн станцияның үҙендә була. Емереклектәрҙе таҙартыу, территорияны дезактивациялау, иҫке техниканы, төҙөлөш сүп-сарын ергә күмеү урынына ебәреү менән шөғөлләнәләр. Бик ҡурҡыныс урын. Мөхәмәтйәновтың батырлығы, ҡыйыулығы тураһында уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләү факты һөйләй.

Артабан - йәнә Төньяҡ ҡасабаһы. Элекке урынында, шул уҡ участкала эш башлай. Валерий Громов былай ти:

- Йә, герой, эшеңә тотон. Һин күптән һынап ҡаралған, сыныҡҡан шахтер, барыһы ла һине хөрмәт итә.

Тормош үҙ яйы менән бара.

Ә хәҙер был эштең хәүефле яҡтары тураһында. Шахтала эшләгән ваҡытта артабан нимә булырын бер кемдә әйтә алмай, мәҫәлән, шул сәғәтендә һәм, хатта, минутында уҡ. Бер нисә йөҙ метрға һуҙылған ер аҫтында булғандарҙың береһе лә был турала уйламай. Ныҡлы рухлы булырға кәрәк, башҡаса мөмкин түгел. Эшкә баш көллө сумаһың. Янғындар ҙа, ишелеүҙәр ҙә була. Шул ваҡытта йөрәк әрней, әммә быны ла лайыҡлы үткәрә беләләр.

Мөхәмәтйәнов, Наил Искәндәров, Фәнил Ғәлиевтан башҡа бында тағы бер нисә стәрлебашлы: Ғөбәйҙулла Әхмәҙиев, Хәлил Ғүмәров, Илдар Ғәлиев, Хәмит Мөхәмәтйәров, Мәхмүт Кәримов, Рөстәм Ғәзизов эшләй. Яҡташтар ғаиләләре менән кемдеңдер тыуған көнөндә, башҡа иҫтәлекле даталар, байрамдар һайын һәм былай ғына ла йыш осрашып тора. Күрешкән ваҡыттарында ихлас һөйләшеп, тыуған яҡтарын иҫкә төшөрәләр. Сит ерҙә, ҡырыҫ шарттарҙа бындай осрашыуҙар күңелгә бик яҡын була. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла лайыҡлы эшләй, үҙ коллективтарында хөрмәтле кешеләр, юғары ведомство наградалары менән бүләкләнә - бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ауылы һәм районы дәрәжәһен төшөрмәй.

Бер ваҡыт 2000 йылда Мөхәмәтйәнов ғаиләһе менән етди әңгәмә ҡора. Рәфис Мәлих улы тыуған ауылына күсенеп ҡайтырға тигән теләген белдерә. Фәймә Миңлегәрәй ҡыҙы ла был турала уйлап йөрөй. Һөҙөмтәлә, шулай эшләйҙәр ҙә. Барыһын да ентекләп уйлайҙар.

Шул ваҡытҡа Рәфис Мәлих улы «Воркутауголь» берләшмәһенең шул уҡ шахтаһында тау эшсеһе булып 20 йыл хеҙмәт стажына эйә була. I, II һәм III дәрәжә «Шахтер даны» миҙалы менән бүләкләнә, әйткәндәй, ошо юғары награданың тулы кавалеры ул. Шулай итеп, уның күкрәгендә дүрт миҙал балҡый. Фәймә Миңлегәрәй ҡыҙы шул осорҙа профсоюзда Мәҙәниәт йортонда, һуңғы өс йылда күмер байыҡтырғыс фабрикаһында эшләй.

Мөхәмәтйәнов хеҙмәттәштәре, дуҫтары менән йылы хушлаша. Уларҙың бригадаһындағы шахтерҙарҙың береһе - Сергей Лесников:

- Ҡайҙа төпләнергә уйлайһығыҙ? - тип ҡыҙыҡһына.

- Үҙебеҙҙә, Стәрлебашта.

- Ярай, коллектив исеменән һеҙгә уңыштар теләйем.

- Рәхмәт.

Мөхәмәтйәновтар йәйен ҡайтып китә. Аҡ төндәр мәлендә ике ай дауамында тәүлек әйләнәһенә яҡты. Тәбиғәттең ошо ғәжәйеп матур күренеше менән дә хушлаша улар.

Стәрлебашта коттедж йорттан фатир һатып алалар. Уны ҙурайталар, матурлайҙар. Ҡаралты-ҡураһын да тәртипкә килтерә. Иҫ киткес баҡса күҙ яуын алып тора. Тормошта уларҙың барыһы ла һәйбәт тип иҫәпләйҙәр. Лайыҡлы итеп ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, улар ҙа тормошта үҙ урындарын таба. Рәфис Мәлих улы пенсионер булараҡ та үҙенә эш таба ала. Мәҫәлән, вахта ысулы менән Татарстанда эшләй. Хәҙер ҙә эшһеҙ ултырмай.

Элекке шахтерҙар - стәрлебашлылар элеккесә ҡайһы саҡ бергә йыйылыша. Ҡырыҫ яҡтағы тормошто, участкалағы ғәҙәти эш көндәрен, шахтер хеҙмәте буйынса ваҡытһыҙ вафат булған иптәштәре Наил Искәндәров, Мәхмүт Кәримов, Илдар Ғәлиевты иҫкә алалар.

Шулай уҡ Рәфис Мәлих улы чернобылселәр менән яҡшы мөнәсәбәттә. БР «Союз-Чернобыль» Стәрлебаш бүлеге етәксеһе. Төрлө саралар ойоштора. Улар тураһында гәзиткә яҙа. Уның инициативаһы буйынса Стәрлебашта ошо атом станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға обелиск ҡуйылған.

Шулай итеп, үҙе һәм башҡалар өсөн файҙалы эштәр менән янып йәшәй.


Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

Фото Мөхәмәтйәновтарҙың

ғаилә албомынан.
Читайте нас: