Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 11:01

Иген тула келәттәргә

Башаҡтар тулышып, уңыш йыйыу осоро еткәндә ямғырҙарҙың йышайыуы аграрийҙарҙы бер аҙ борсоуға һалды. Сөнки игенде сәсеүгә һәм тәрбиәләүгә күпме көс һәм аҡса һалына. Шуға күрә, ауыл хеҙмәтсәндәре, һис шикһеҙ, үҙ эшенең һөҙөмтәһен күрергә: уңышты тиҙерәк йыйып алырға, келәттәрҙе тултырырға теләй.

Яуым-төшөм урып-йыйыу кампанияһы осорон бер аҙға оҙайтһа ла, көндәр ултырыу менән баҫыуҙарҙа комбайн моторҙары геүләй башланы. «Урожай» йәмғиәтендә эштәр тулы көскә бара. Бында ямғыр яуғанға тиклем үк ужым бойҙайын тура ысул менән йыйып өлгөргәндәр. Гектарынан 20 центнер алғандар. Һоло участкаһынан да шулай уҡ күләмдә уңыш йыйғандар. Яңы уңыштың бер өлөшөн һатып та өлгөргәндәр. Баҙарҙа игенгә ихтыяж ҙур: күмәртәләп һатып алыу менән шөғөлләнгән эре компаниялар ҙа, мал-тыуары өсөн ауыл халҡы ла һатып ала. Хаҡтар әлегә уҙған йыл кимәлендә һаҡлана.

Ағымдағы йылда ураҡ осорон комбайнсылар Александр Гонюшкин (һүрәттә), ул уның өсөн - иҫәбе буйынса икенсе, шулай уҡ Айнур Ғәскәров, Зинур Фәсхетдинов башлап ебәргән. Ошо аҙна башында команда борсаҡты ла урып-йыйған. Уларҙың өсөһө лә «Вектор 410» комбайндарында эшләй. Техниканың береһе күптән түгел Өфө ҡалаһында модернизацияланған һәм капиталь ремонтланған, дөйөм алғанда, «яңы» кеүек булған.

- Иртәнән кискә тиклем, ысыҡ төшкәнсе эшләйбеҙ, - тип һөйләй хужалыҡ инженеры Тәлғәт Сәғҙәтгәрәев. - Иртән иртүк эшкә тотонабыҙ һәм шулай көн һайын. Техника һынатмай, яғыулыҡ етерлек. Ваҡытты сарыф итмәҫ өсөн, комбайндарҙы баҫыуҙа ҡалдырабыҙ. Уларҙы һаҡлайҙар. Эштәрҙе әлеге участкала оҙаҡламай тамамлаясаҡбыҙ, артабан бер нисә көн элек сапҡан ужым арышын һәм бойҙайын йыйырға төшәбеҙ.

Уңышты Марат Баҡыев, Александр Антонов, Миңлевәли Атанғолов ЗИЛ автомашиналарында һәм Ғаяз Сәйфетдинов ГАЗикта ташыу менән мәшғүл. Эргәлә генә бер нисә көн элек йыйып алынған һоло баҫыуында оҙаҡламай һаламды преслай торған кәрәкле техника киләсәк, һаламды ауыл халҡына пай ерҙәре иҫәбенә таратасаҡтар. Хужалыҡта сенаж әҙерләү тамамланған, силос һалырға ғына ҡалған.

- Ваҡыты шундай, бер юлы бер-нисә эште алып барырға - урырға ла, киләһе уңыш тураһында ла уйларға кәрәк. Әгәр һауа торошо һәйбәт булһа, беҙ бөтә эштәрҙе лә ҡыҫҡа срокта тамамлаясаҡбыҙ, - ти ышаныс менән хужалыҡ етәксеһе Илдар Ғәскәров.

Ауыл хеҙмәтсәндәренә көндәрҙең матур, аяҙ тороуын һәм эштәре уң булыуын теләйбеҙ.Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.


Читайте нас: