Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 14:24

Һигеҙ ай буйы йоҡоһонан уяна алмай

Былтыр 26 декабрҙә Карагандала була был хәл. Ике йәшлек Аяулым кистән ҡапыл арып киткәс, уны йоҡларға һалалар һәм иртәгәһенә ҡыҙ уянмай. Сабыйҙы реанимацияға һалалар.

Табиптар мөмкин булған барлыҡ анализдарҙы алһалар ҙа, баланың ни сәбәпле оҙайлы йоҡоға талыу сәбәбен асыҡлай алмай.


"Балам аҡыллы минең. Әсәй, атай тип әйтә белә. Бокалды ла үҙе тота ине. Ул көн һайын күҙен асып ҡарай һәм, әсәй миңә ярҙам ит тигәндәй, илай. Уға ярҙам кәрәк. Бала үҫә. Дауаханаға килгәнсе ике генә теше булһа, бөгөн 12-гә етте. Ҡул менән тейгәнде һиҙә, аяғын тартып ала. Илай, күҙен асып ҡарай, әммә тирә-йүнде күҙәтә алмай. Ауыртыуҙы һиҙә", – ти әсәһе.


Табиптар әйтеүенсә, бала әсәһенең ҡарынында сағында йоғошло ауырыу менән зарарланған. Уны тыуғандан һуң дүртенсе айында ғына дауалай алғандар. Моғайын, вирус мейе күҙәнәген зарарлағандыр.


Ғөмүмән, был дауалап булмаҫтай хәл, тигән фекерҙә белгестәр. Шуға ла улар сабыйҙы өмөтһөҙ ауырыуҙар клиникаһына ебәрергә тәҡдим итә. Әммә әсә кеше быға риза түгел. "Табиптар баламды өмөтһөҙ тип әйтеүен теләмәйем”, – ти ул.


"Әсәһе беҙҙән баланы уятыуҙы һорай. Беҙ быны эшләй алмайбыҙ, шулай ҙа уның барлыҡ ағзалары эшләһен өсөн тырышабыҙ", – ти Караганда өлкә клиник балалар дауаханаһының директор урынбаҫары Нина Дергач.


Мәскәү табиптары ҡыҙға ярҙам итергә әҙер, әммә уны йөрөтөргә ярамай. Сит ил докторҙарын Карагандаға алып килеү һәм уларға шарттар булдырыу өсөн түләргә кәрәк. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ige-ay-buyy-yo-o-onan-uyana-almay/
Читайте нас: