Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 11:04

Халыҡтың проблемаларын, өгөт-нәсихәттәрен ишетеү - күсмә ҡабул итеүҙең төп маҡсаты

Сираттағы граждандарҙы күсмә ҡабул итеү 20 августа Баҡыйҙа булды.Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.К.Рахманғолов, үҙәк район дауаханаһы баш табибы И.И.Яппаров, мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Х.Ғәлиеваның сығыштарынан һуң, ауыл биләмәһе халҡы һорауҙар бирҙе, көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе.

Әйткәндәй, ҡулланыу срогы тамамланғандан һуң, газ ҡоролмаһын (плитә һәм ҡаҙанлыҡтарҙы) алмаштырыу мәсьәләһе беренсе тапҡыр ғына яңғырамай. Газ хеҙмәте вәкиле Радмир Баҡыевтың яуабы ошолай булды: «Һәр тауарҙың, ҡоролманың хеҙмәт итеү, эксплуатациялау срогы бар. Мәҫәлән, газ ҡаҙанлыҡтарының 10-15 йыл, ә плитәләрҙеке - 10 йыл. Әгәр улар яҡшы торошта булһа, диагностика үткәреп (билдәле хаҡҡа) уларҙы эксплуатациялау срогын тағы биш йылға оҙайтырға мөмкин. Әгәр улар бик иҫке булһа, һөҙөмтә ыңғай булмай, әлбиттә».

Һорауҙар бик күп бирелде. Шул иҫәптән, ауыл хужалығында эшләгән өсөн пенсияға өҫтәмә, сүп-сар йыйыуҙы насар ойоштороу, пай ерҙәре биреү, Баҡый ауылында һыу үткәргесте алмаштырыу, ауыл мәҙәниәт йорто һәм мәктәп биналарын ремонтлау, юлдарға асфальт түшәү һ.б. тураһында.

Бик күп һорауҙарға яуаптарҙы ауыл халҡы Рөстәм Рахманғоловтан, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Вәлишиндан, район хеҙмәттәре етәкселәренән шунда уҡ алды. Уларҙы үтәү контролгә алынды. Ә ҡайһы берҙәре буйынса район етәкселегенә юғарылағы министрлыҡтарға һәм ведомстволарға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.

***

Күндерәк ауыл биләмәһе халҡы өсөн граждандарҙы күсмә ҡабул итеү 21 августа булды. Эштәрен һәм көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, улар район етәкселеге менән осрашыуға берҙәм килде. Бындай саралар, практика күрһәтеүенсә, ауыл халҡына борсоған һорауҙарын туранан-тура бирергә, ә власть вәкилдәренә - урындарҙа кешеләрҙең нисек йәшәүен яҡшыраҡ белергә булышлыҡ итә.

Һорауҙар был көндө төрлө булды. Ауыл халҡын урамдарҙа яҡтыртыуҙың булмауы, күперҙәрҙең торошо, үҙҙәрендә Күндерәктә мәктәп була тороп, балаларҙың күрше ауылға йөрөп уҡыуы борсой. Өлкәнерәк кешеләр фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы һыуыҡ булыуға зарланды. Шулай уҡ унда иң кәрәкле дарыу препараттары булған дарыухана ла ойоштороу үтенесе яңғыраны.

Дөйөм алғанда, осрашыу тыныс үтте, барлыҡ һорауҙар шулай уҡ контролгә алынды.

Ауылдарҙағы проблемалар, уйлап ҡараһаң, бик оҡшаш. Әммә улар юғарылағы етәкселеккә төрлөсә еткерелә. Берәүҙәр быны тыныс эшләһә, икенселәре иһә юғары тонда, әрләшеү формаһында мөрәжәғәт итә, улар өсөн мәсьәләне хәл итеү түгел, ә иң элек фекерҙәрен ни тиклем әҙәпһеҙерәк белдереү мөһим кеүек. Мәҫәлән, Первомайский ауылында клуб, байрамда урындағы халыҡ бергә йыйыла алырлыҡ урын, шулай уҡ туҡталыш павильоны булмау, Октябрьский урамындағы 4 һанлы йорт ҡыйығын ремонтлау проблемалары бик киҫкен һәм ярһыулы тикшерелде. Никольское ауылынан бер ҡатын урамды яҡтыртыуға өҫтәмә яҡтыртҡыс ҡуйыуҙы, туҡталышҡа тиклем юлды тәртипкә килтереүҙе һораны. Первомайский ауылынан бер ҡатын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар обелискаһының торошо өсөн борсола. «Сөнки киләһе йылда тотош ил Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк», - тип билдәләне ул һәм уның территорияһын төҙөкләндерергә тәҡдим итте. Урындағы зыярат та шулай уҡ ремонтҡа - ихатаны алмаштырыуға мохтаж икән. Осрашыу барышында башҡа бик күп проблемалар ҙа тикшерелде.


Мансаф ҒӘНИЕВ, Фаягөл ЙОСОПОВА.

Авторҙарҙың фотолары.
Читайте нас: