Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 14:34

Эт хужаһын ҡотҡарған...

Американың Калифорния штатында тоғро эт хужаһын акуланың үткер тештәренән ҡотҡарған. Ир этен машинала ҡалдырып, үҙе балыҡ ҡармаҡларға китә. Ҡармаҡ ебенең һелкенгәнен күреп, тартып ҡараһа, һөйрәп сығарырға көсө етмәгәнен тоя. Шулай ҙа ун минут тирәһе маташҡандан һуң табышты ярға сығара. Ике метр оҙонлоғондағы ете айғолаҡлы акула булып сыға ул.

Балыҡсы йыртҡысты ҡармаҡтан ысҡындырырға теләп, уға яҡынлашыу менән акула уның аяғына йәбешә. Үткер тештәр ҡаҙалыуҙан аяҡ ҡанһырай башлай. Ҡотолоу әмәле ҡалмағас, ир кем булһа ла, бәлки, ишетер тип һөрән һала.


Машина эсендә ҡалған эт, ни хикмәт менәндер ишеген асып, хужаһының тауышына сабып килеп тә етә. Эт акуланың айғолағына йәбешә, әммә йыртҡыс, тағы ла шәбәйеп китеп, балыҡсының аяғына тештәрен нығыраҡ батыра. Шул саҡта эт акуланың ҡойроғонан һөйрәп, хужаһын уның тештәренән ҡотҡара. Балыҡсы йыртҡысты йылғаға төшөрөү менән һыу эйәһе йөҙөп китә. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/et-khuzha-yn-ot-ar-an-/
Читайте нас: