Ата-әсә балаһының юғары белемле, уҡымышлы булыуын теләй. Өлкән быуын кешеләре лә юғары белемһеҙ уңышҡа өлгәшеп булмай тип тылҡып тора. Совет осоронан ҡалған иҫкергән модель түгелме икән был? Сит илдәрҙә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр һаны байтаҡҡа кәмерәк. Бер сәбәбе – уҡыуға түләүҙең ҡиммәтлеге, икенсеһе – белем алыуға ихтыяждың юҡлығы.
Рәсәйҙә лә вузда алған белеме буйынса эшләмәүселәр етерлек. Шулай булғас, уҡыуға ифрат күп аҡса һәм ваҡыт әрәм итеүҙән ни файҙа? Донъяла юғары белемһеҙ ҙә ҙур уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәр күп. Һүҙ бында Стив Джобс, Билл Гейтс кеүек бизнесмендар тураһында ғына бармай, был исемлекте дауам итеүселәр ифрат күп хәҙер.
Ҡайһы бер бай кешеләр, ата-әсәһе ҡалдырған мираҫ арҡаһында күтәрелеп, үҫеп китә. Һәр хәлдә күптәр шулай уйлай, әммә тормошта йыш ҡына уның киреһе лә күҙәтелә. Форбс мәғлүмәттәренә ҡарағанда, миллионерҙарҙың 68 проценты байлыҡтарын үҙаллы туплаған. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, һәр кем үҙ көсө менән байый ала. Күп корпорацияларҙың бизнестарын йорт янындағы гаражда башлауҙары тарихтан билдәле. Тәүге компьютерҙар шулай уҡ ошондай шарттарҙа етештерелгән.
Хәҙер кешеләрҙең аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәре етерлек, мәғлүмәт алыу өсөн интернет селтәре бар.
Ғәжәп хәл, йыш ҡына көрсөккә килеп терәлгәндә, үҙеңдә яңы һәләттәр асылыуы мөмкин. Ғәҙәти тормош менән йәшәп ятҡан кешенең артыҡ бер нигә көс түккеһе лә, байығыу тураһында әллә ни уйланғыһы ла килмәй. Ә бына ауыр финанс хәленә юлыҡҡандар миллионер булыу өсөн ниндәй аҙым яһары тураһында уйлана башлай. Был осраҡта уңыш яулағандарҙың стратегияһын ҡулланыу файҙалы.
Эш башы байлыҡ сығанағы булыуында ғына түгел. Аналитиктарҙың әйтеүенсә, донъяла күп кешеләрҙең байыу өсөн мөмкинлеге бар, әммә бөтәһе лә һөҙөмтәгә өлгәшә алмай. Ни өсөн тигәндә, улар байлыҡты һаҡлаған һәм арттырған ҡағиҙәләрҙе үтәмәй.
Хәҙер ваҡытын күңел асыуға, аҡсаһын уңға-һулға туҙҙырыуға тәләфләгән миллионерҙы табыу ҡыйын. Миллионерҙар ғына түгел, миллиардерҙар ҙа аҙнаһына уртаса 55 сәғәт эшләй. Эшләп алған тәүге миллиондары улар өсөн һуңғыһы түгел, алға табан йәнә бер уңышлы аҙым яһау өсөн этәргес. Ысын мәғәнәһендәге бай кешеләр, нигеҙҙә, ғәҙәти тормошта йәшәй, ҙур-ҙур гәүһәр таштар йөрөтмәй, платин сәғәттәр таҡмай. Аҡсалы булыу тормошта үҙҙәре теләгәнсә йәшәү өсөн ирек бирә, миллионер амплуаһы менән генә сикләнмәйҙәр.
Аҡса эшләргә тейеш – ошо хәҡиҡәтте донъяның бөтә миллионерҙары йыш ҡабатлай. Иң тәүҙә ярлылыҡ психологияһынан ҡотолоу кәрәк, ти улар. Уйламайынса, ашығып алынған ҡиммәтле әйберҙәр бөтә тырышлығыңды, ваҡытыңды елгә осороуы мөмкин. Был иһә теләһә нисек кейенеүҙе, ҡоро сәй, картуф менән генә һыйланыу кәрәклеген аңлатмай. Булдыҡлылығыңды башҡаларға күрһәтеү өсөн “текә” телефондар, затлы джинсылар менән шаҡ ҡатырырға тырышһаң, миллионға барып етә алмаҫһың. Аҡса бит ул маҡсат ҡына түгел, ә оҫта ҡулдарҙа – иң яҡшы ҡорал. Уны инвестиция рәүешендә ҡулланыу күпкә отошлораҡ. Файҙа килтермәгән статуслы әйбер ул – пассив, дөрөҫөн әйткәндә, сүпкә ырғытылған аҡса.
Инвестициялар һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмаһа, аҡсағыҙҙы үҙегеҙ өсөн – белем, квалификация, оҫталыҡты арттырыу өсөн – тотоноғоҙ. Был байлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаясаҡ. Хатта тәүге уңышһыҙлыҡтың бик файҙалы, этәргес көс булыуы ихтимал. Тик хыялланыуҙан туҡтарға ярамай, бөтә уңыштар бары унан башлана.
Бай кешеләрҙең һәр минуты ҡәҙерле. “Ваҡыт – аҡса” хәҡиҡәте улар өсөн кире ҡаҡҡыһыҙ, шуға күрә маҡсатһыҙ рәүештә үткәргән ваҡытҡа тәнҡит күҙлегенән ҡарау ҡамасауламаҫ.
Уҡырға, өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел. Хыял иткән килемгә эйә булыу өсөн уны ниндәй юлдар менән алыу мөмкинлеген уйларға кәрәк буласаҡ. Финанс белеме һәм үҙеңдең бюджетыңды алып барыу оҫталығы мөһим. Уңышҡа өлгәшеүҙә был – иң әһәмиәтле фактор. Әгәр ҙә быға тиклем был мәсьәләгә тотонмаған булһағыҙ, эште ғаилә бюджетын алып барыуҙан башлағыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/b-khet-a-sala-t-gel-mm-/