Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 11:34

Ҡатындарға руль тотторһаң...

Павловка һыуһаҡлағысында катамаран менән гидроцикл төкөшкән.

Ғәйеп – гидроциклдағы 24 йәшлек ҡатында. Ул йәшен тиҙлегендә катамаранға барып бәрелгән. Унда ла ҡатындар булған, икеһе лә зыян күргән. Береһе Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына ебәрелгән, икенсеһенә амбулатор дауаланыу яҙғандар.


Ошо хәлгә бәйле ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һыуҙа хәүефһеҙлек хаҡында оноторға ярамай. Мотлаҡ махсус жилет кейергә кәрәк. Гидроциклға мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы алыу тыйыла. Шуны ла иҫтән сығарырға ярамай: һыуҙа беренсе булып кәмәләр үтергә тейеш, унан ғына – скутерҙар.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: