Россельхознадзор Санкт - Петербургта хәүефле табышҡа юлыҡҡан – Вьетнамдан килтерелгән дөгөлә көмөрө себен (муха - горбатка) табылған. Бөжәктәр тауарҙың төргәген, контейнерҙың эске өлөшөн һырып алған булған. Барлығы 440 тонна дөгөгә зыян килеп, тауар яраҡһыҙ тип табылған.
етеринария һәм фитосанитария контроллеге федераль хеҙмәте был зарарлы йөктө индереүҙе тыйған. Закон буйынса, тауар хужаһы тауарҙы кире ҡайтарырға, зарарһыҙландырырға йәки юҡ итергә тейеш. Әлеге дөгөнөң яҙмышы нисек булғандыр, ведомство был хаҡта хәбәр итмәй.