Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август 2019, 08:18

Табыш тиҙлеккә бәйлеме?

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа һәр төбәктең өлөшөн билдәләү маҡсатында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников менән республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығының иҡтисадтың финанс булмаған секторы идаралығы етәксеһе Гөлнара Ғимаҙисламова ла ҡатнаштылар.

Ошо милли проекттың Башҡортостанда тормошҡа ашырылыуы тураһындағы докладында Г. Ғимаҙисламова хеҙмәт етештереүсәнлеген билдәләгән нигеҙ күрһәткестәренә туҡталды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең республика ике йыл элек үк был милли проектты тормошҡа ашырыу программаһында ҡатнашҡан ете пилот төбәге исемлегенә индерелгәйне.


Эште башҡарыу өсөн идара комитеты төҙөлгән, 2025 йылға тиклемге тейешле төбәк программаһы ҡабул ителгән.


– Бөгөнгә 31 ойошма милли проектта ҡатнашыусы булып тора, шуларҙың 12-һе “Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса федераль үҙәк” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте етәкселегендә эшләй, – тине Гөлнара Ғимаҙисламова. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү маҡсатында был предприятиеларға адреслы ярҙам күрһәтелә.БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕНӘН.
Читайте нас: