+3 °С
Болотло
«Эшкә яуапһыҙ ҡарауығыҙ эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә сағылыш таба. Туймазы районы эшҡыуарҙары яҙа: 27 июндә саҡырҙылар, башлыҡ юҡ ине, урынбаҫары ҡабул итте, ҡарар ҡабул итмәнеләр. Краснокама районы — эшҡыуар стартап булараҡ субсидияға документтар тапшырған, яуап юҡ, инвестиция сәғәте үткәрелмәгән. Иглин районы – эшҡыуарҙар йәнәһе лә законһыҙ тикшереүҙәргә зарлана, бының ни өсөн икәнен уларға бер кем дә аңлатмай, инвестиция сәғәте уҙғарылмай. Стәрлетамаҡ районы – идея һәм бизнес асыу өсөн ресурстар бар, инвестиция сәғәттәре үткәрелмәүгә бәйле уларға мөрәжәғәт итмәйҙәр», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Был кандидатураларҙы шәхсән һайлап алырбыҙ. Улар һеҙгә уңайлы кешеләр, туғандарығыҙ йәки таныштарығыҙ түгел, ә эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә аңлайышлы, үҙ бурыстарын аңлаған кеше булырға тейеш», — тип өҫтәне республика етәксеһе.
«Телефонда соҡоноп ултырғандарҙың бөтәһен ҙур экранға сығарыуҙы һорайым. Һеҙ нимә, үҙегеҙҙе бер сәғәткә тыя алмайһығыҙмы? Аппарат, алғы планға сығарырға команда бирегеҙ. Әйҙә, муниципалитетта йәшәүселәр башлыҡтарының оперативкаларҙа нимә менән шөғөлләнгәнен күрһен».Башинформ.