«ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙе һәләкәт урынында хәүефһеҙ эш шарттары булдырыу өсөн авария урынын ҡамап алған, ут менән көрәшеүселәр зыян күргән автомобилдәрҙең аккумулятор батареяларын һүндергән, шулай уҡ яғыулыҡтың түгелеүенә юл ҡуймаған. Микроавтобуста 14 кеше, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер, йөк машинаһында ике кеше ултырған», — тип белдерҙеләр Силәбе өлкәһенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Һәләк булыусылар юҡ, ете кеше дауаханаға оҙатылған. Силәбелә ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған, унда дүрт кеше. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре, йәрәхәтләнгәндәрҙең шәхестәре һәм диагноздары аныҡлана.Башҡортостан гәзитенән.