Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август 2019, 13:43

Башҡорттар, Яр Саллыла осрашайыҡ!

Иртәгә, 21 августа, Яр Саллы ҡалаһында Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының мәғариф министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре ҡала халҡы менән осраша. Һүҙ башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләре хаҡында барасаҡ.

Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Тамыр” телерадиоканалы менән берлектә, Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарында йәшәүсе балалар ҡатнашлығында “Был беҙ” тип аталған махсус проект сығарылыштарын әҙерләй. Яр Саллыла “Тамыр” ҙа сығыш яһаясаҡ – ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, интерактив проекттар һәм бай концерт ҡарарға теләгән ата-әсәләр һәм балаларҙы Халыҡтар дуҫлығы йортонда көтәбеҙ, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.


Сара аҙағында “Беренсе республика” нәфис фильмы күрһәтеләсәк.http://www.ye02.ru/online/18180-bashorttar-jar-sallyla-osrashajy.html
Читайте нас в