Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 11:58

Таныш булығыҙ, беҙгә яңы табип килде!

Ошо көндәрҙә район дауаханаһының табиплыҡ составы тағы бер белгес, табип-хирург Ришат Вәғиз улы Гәрәев менән тулыланды. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тик яҡшы билдәләргә тамамлай, «Хирургия» белгеслеге буйынса ике йыллыҡ ординатура үтеп, тыуған ауылына ҡайта.

Беҙҙең оҙаҡ көтөп алған йәш белгесебеҙ Стәрлебаш ауылынан. Ул ошонда тыуған һәм 1-се Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлаған. Бишле билдәләренә генә уҡый, еңел атлетика буйынса призлы урындар яулай. «Спорт минең холҡомдо сыныҡтырҙы һәм түҙемлелеккә өйрәтте», - тип иҫәпләй Ришат Вәғиз улы. Ун беренсе класта, тиҫтерҙәре буласаҡ һөнәрҙәрен һайлағанда, ул үҙен медицинаға бағышлаясағын аныҡ белә. Шуға күрә химия, биология һәм рус телдәрен ныҡлы өйрәнә.

Медицина университеты студенттары етдилектәре һәм мәшғүллектәре менән башҡаларҙан айырылып тора. Сөнки буласаҡ һөнәрҙә хаталар булырға тейеш түгел: уларға кешенең һаулығы ғына түгел, уның ғүмере лә ышанып тапшырыла. Медицинаға, өҫтәүенә хирургияға, ҡыйыу кешеләр генә эшкә килә. Стәрлебаш дауаханаһында практика үтеүе лә Р.Гәрәевтың ошо белгеслекте һайлауына булышлыҡ итә. Көн һайын ул остаздары Илшат Яппаров һәм Марат Ғафаровтарҙың мөғжизә булдырыуын күҙәтә, шуға күрә уларҙың юлдары буйынса китергә ҡарар итә. Бөгөн, ошо хирургтарҙың командаһында булып, ул ысын профессионал булырға хыяллана. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында район дауаханаһы яңы эш башлаусы табип өсөн иң яҡшы мәктәп тигән ышаныу бар, сөнки унда оҫталыҡ йыйған ваҡытта уларға медициналағы башҡа йүнәлештәр менән дә осрашырға тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында улар сирлеләргә ниндәй ҙә шарттарҙа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә һәләтле үҙ эшенең оҫталарына әүерелә.

Ришат хирургия буйынса иң яҡшы мастер-кластарҙы билдәле профессор В.М.Тимербулатовтың кафедраһында ординатурала ала. Бындай мөмкинлек иң яҡшы студенттарға ғына бирелә. Дауалау факультетында уҡығанда йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында медбрат булып та эшләй. Шуға ла беҙҙең мәҡәлә геройыбыҙ буласаҡ эшендә нимәләр эшләргә тура киләсәге тураһында яҡшы белә

«Миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек шәхси сифаттарға эйә булмайынса һәйбәт табип булып булмай, Һеҙ түҙемле изге күңелле «тылсымсы» булырға әҙерһегеҙме?»- тип ҡыҙыҡһынам мин.

- Әгәр һин ысынлап та эшеңде сифатлы башҡарырға теләһәң - барыһы ла килеп сығасаҡ. Беҙҙең һөнәрҙә һәр ваҡыт яңы белемгә ынтылыу, кешеләргә ҡарата изгелекле мөнәсәбәт - бик күп ишектәрҙе асырға һәләтле асҡыс булыуын онотмау мөһим! - тип иҫәпләй йәш табип.

- Һеҙгә тыуған районығыҙҙа йәшәү һәм эшләү оҡшаймы?

- Эйе, оҡшай, һәм бынан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Коллегаларым, әйткәндәй, мине бик йылы ҡабул итте. Дауаханала мөхит изгелекле, ихлас.

Ришат Гәрәев - йылмайыусан һәм уҡымышлы йәш егет. Дауахана уның өсөн туған йортҡа әүерелер, ә пациенттар һәр саҡ уның изге һүҙенә һәм мәрхәмәтенә өмөт итә алыр, уҡығанда алған белемен тулыһынса ҡулланыр, тип ышанғы килә. Уға коллективҡа тиҙерәк өйрәнеүен, үҙ урынын табыуын һәм кешеләр сәләмәтлеге мәнфәғәтендә һөнәри үҫешеүен теләйбеҙ. Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: