Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 11:54

Сихри донъя – сағыу сәскәләр!

Кесаҙна көндө, 15 августа, район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Гөлйөҙөм һәм Нәфисә Сәйеповалар дуэты башҡарыуында «Бер алманы бишкә бүләйек» башҡорт халыҡ йыры аҫтында самауырҙар ҡайнаны, хуш еҫле сәскәләр күҙҙең яуын алып торҙо. Бындай күренеш йыйылыусыларҙы бер миҙгелгә ялан сәскәләре үҫкән, йәнәшәлә ағастар бәүелгән аҡланға алып киткәндәй булды.

Был матур сараны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.К.Рахманғолов асты. Сығышында ул байрамдың район халҡына мөһим булыуын билдәләне, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ижади еңеүҙәр, ә ҡунаҡтарға бихисап ыңғай тәьҫораттар теләне.

Быйыл сәскәләр фестивале ун бишенсе тапҡыр үткәрелде. Элекке кеүек үк, ул матурлыҡ донъяһына сумырға теләүселәрҙе йыйҙы. Конкурста ҡатнашыусылар уҙып барыусы йәйҙең сәскәләр фейерверкы менән шатландырҙы. Ҡатнашыусыларҙың сәскәләрҙән үрелгән сағыу веноктары, үҙенсәлекле композицияларҙың күп төрлөлөгө, фантазиялары ошо тамашалы сарала булғандарҙың барыһын да таң ҡалдырҙы.

Нигеҙҙә, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм сәскә һөйөүселәр үҙҙәренең ижади мөмкинлеген күрһәтте. Улар өсөн был ваҡиға оҙаҡ көтөп алынған һәм традицион булды. Бер аҙ көнәркәшлек тә һиҙелә ине, әммә был ғәжәп түгел! Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә үҙ композицияларына, сәскә гөлләмәләренә, экспонаттарына бөтә энергияһын һәм күңелен һалған. Күрһәтелгән шедеврҙарға ҡарап, тыуған яҡтың тәбиғәте үҙе уларҙы илһамландырған тиергә була. Фестиваль Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү даирәһендә үткәрелеүгә бәйле, бик күп композициялар ошо тематикаға бағышланғайны.

Бында профессионалдар түгел, ә ғәҙәти баҡсасылар һәм сәскә ожмахын һөйөүселәр йыйылды. Шуға күрә, сәскә гөлләмәләре ҡатнашыусыларҙың йөрәк ҡушыуы һәм ижади фантазияһы буйынса әҙерләнгән. Ә өҫтәлдәргә бәләкәй, уртаса һәм эре сәскәләр кәрзиндәре матур итеп ҡуйылған. Бында уларҙың ниндәйе генә юҡ - көнбағыш сәскәләренән гүзәл гортензияларға, дарыу үләндәренән бәшмәктәргә тиклем. Уларҙы төрлө фурнитура: үҙағас, атлас, күн тулыландырҙы...

Байрам өсөн ошо һоҡланғыс матурлыҡты булдырған оҫтабикәләр баҡсала ирешкән һөҙөмтәләре менән рәхәтләнеп уртаҡлашты. Уларҙың күптәре иртә яҙҙан талымлы сәскәләр һәм үҫемлектәрҙе тәрбиәләп үҫтергән. Һәм хәҙер уларҙың хеҙмәтенең емешен күрергә мөмкин. Йәйҙең һуңғы айында сәскә атыу марафоны башлана, был күпселек баҡсасыларҙың йорт биҙәге һәм ғорурлығына әүерелә. Хеҙмәттәштәрең менән шундай матурлыҡ һәм шатлыҡ менән нисек уртаҡлашмайһың!

Бындай шөғөлдө һөйөүселәр жюри алдында еңел булмаған бурыс ҡуйҙы. Уларға түбәндәге номинацияларҙа: «Сәй йорто», «Иң шифалы үләндәр», «Иң хуш еҫле сәй», «Бал еҫле сәскәләр ожмахы», «Флористика сәнғәте», «Шешәләге баҡса», «Сәскәләр вальсы», «Иң яҡшы гөлләмә», «Йыл символы» иң яҡшыларын һайларға кәрәк ине. Номинацияларҙың исемдәре үҙҙәре өсөн һөйләй. Жюри ағзалары иғтибарына хатта шешә эсенә урынлаштырылған сәскә композициялары ла күрһәтелде. Был ҙур түҙемлелек һәм ваҡыт талап итеүсе ныҡышмалы хеҙмәт. Һәр ҡатнашыусы жюри иғтибарын йәлеп итергә тырышты. Йырҙар һәм таҡмаҡтар башҡарҙы, хуш еҫле шифалы сәй һәм бал менән һыйланы, үҫемлектәрҙән яһалған аксессуарҙарҙы күрһәтте. Ваза һәм кәрзиндәргә ҡуйылған сәскә композициялар күп төрлөлөгө менән таң ҡалдырҙы.

Жюри ағзалары күргәҙмә өҫтәлдәрен ҡарап сыҡҡанда концерт һәм ҡыҙыҡлы конкурстар булды. Оҙайлы ямғырҙан һуң тап ошо көндө ҡояш сыҡты. Тәбиғәт үҙе быға һөйөнөп, байрамға килеүселәрҙе ғәжәпләндерергә һәм һөйөндөрөргә теләгән кеүек ине.

Еңеүселәр 22 августа, Рәсәй флоты көнөнә бағышланған сарала иғлан ителәсәк.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: