Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 14:27

Өсөнсө бала өсөн – 500 мең һум

Саҡмағош районында демографик хәлде яҡшыртыу өсөн тағы бер сара уйлап тапҡандар. “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы өсөнсө балаһы донъяға килгән ғаиләләрҙе “әсәлек капиталы” менән ҡыуандырырға уйлай.

Матди ярҙам суммаһы — 500 мең һум. Тик йылына 100 мең һумдан да артыҡ тотонорға ярамай. Был сараның маҡсаты билдәле инде — ауылда йәштәрҙе ҡалдырыу, ауыл хужалығын кадрҙар менән тулыландырыу. Әле дүрт ғаилә “капиталлы” булған. Нимәгә тотонорға — ғаилә үҙе хәл итә.


Ғөмүмән, Саҡмағош районы халҡы яҡшы социаль шарттарҙа йәшәүе менән ғорурлана ала. Тип-тигеҙ асфальт юлдар, үҫешкән инфраструктура, мәктәп, мәҙәниәт йорттары, сауҙа нөктәләре — барыһы ла заманса. “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы райондың 33 торағында социаль объекттар үҫеше өсөн яуап бирмәксе, өҫтәүенә әле хужалыҡта буш вакансиялар ҙа бар. Белгестәрҙе әҙер 11 йорт көтә.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-ns-bala-s-n-500-me-um/
Читайте нас: