Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 12:00

Н.Ҡ.Ғиззәтуллина

15 августа, оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң, Ғиззәтуллина Наилә Ҡадир ҡыҙы вафат булды.

Наилә Ҡадир ҡыҙы 1954 йылдың 13 сентябрендә Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында тыуа.

Хәлекәй 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ технология техникумының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағас, йүнәлтмә буйынса тыуған Стәрлебаш районына ҡайтып, көнкүреш комбинатында бухгалтер вазифаһында эшләй. 1978 йылдың июнендә район халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү идаралығына баш бухгалтер итеп тәғәйенләнә.

1978-1984 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалының ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала. 1992 йылда «Сервис-быт» кесе предприятиеһы директоры вазифаһына күсерелә.

1997-1998 йылдарҙа район халыҡты социаль яҡлау идаралығының бухгалтеры, баш бухгалтеры булып эшләй. 1999 йылдың майында Стәрлебаш районы Пенсия фонды идаралығы начальнигы итеп күсерелә, бында ул хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Күп йылдар Наилә Ҡадир ҡыҙы «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе секретары булды.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул бер нисә тапҡыр хөкүмәт, ведомство һәм муниципаль наградалар менән бүләкләнде.

Н.Ғиззәтуллина ҡайҙа ғына эшләһә лә, компетентлы, оҫта етәксе, һәр ваҡыт әүҙем тормош позицияһына эйә булды. Ул кешелеклеге, интеллигентлығы, юғары профессионализмы, тормош һөйөүсәнлеге, оптимизмы менән айырылып торҙо. Ул тормошто, тәбиғәтте һәм шиғырҙар яратты. Ул ижади кеше булды, үҙе артынан тыуған ерен, уның кешеләрен һәм тәбиғәтен данлаған бер нисә китабын ҡалдырҙы. Һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны. Көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға, көнүҙәк мәсьәләләргә яуап бирергә ҡурҡманы. Тыуған ерендә яҡты эҙ ҡалдырған лидер, һәйбәт кеше һәм мөләйем ҡатын булды.

Наилә Ҡадир ҡыҙы Ғиззәтуллина тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Р.К.Рахманғолов, Ю.Х.Рысаев, Ф.В.Исмәғилев, И.Ғ.Ибәтуллин, В.Ғ.Шәрипова, А.Ә.Суфьянова, А.Р.Мусаҡаева, Р.З.Дәминов, Ф.З.Туҡтаров, Ф.Г.Ҡәйүпов, И.М.Лоҡманов, Ф.Ғ.Ҡаҙаҡбаев.
Читайте нас: