Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 14:23

Кәнфит ашауы ла ҡурҡыныс

Һарытау ҡалаһында полицейскийҙар кәнфиттәрҙе ҡомаҡтарҙы ағыулай торған матдә менән ағыулауҙа ғәйепләнеүсе ирҙе тотҡан.

Эске эштәр министрлығының өлкә матбуғат хеҙмәте начальнигы Анастасия Захарова әйтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ирҙең магазиндарҙың береһендә тәмле-татлы ризыҡҡа ағыу һибеүе тураһындағы хәбәрҙе тикшерә башлаған. 1988 йылғы ир кешенең психик сир менән яфаланыуы ла ихтимал.


Унан алда Тархов урамындағы сауҙа нөктәһендә капюшон кейгән ирҙең тауарҙар өҫтөнә нимәлер һипкәнен магазин хеҙмәткәре күреп ҡала. Ҡараһалар, ағыу! Хәтерегеҙҙәлер, быйыл йәй Мәскәүҙә кешеләрҙе ағыулаусы, ҡорбандарын һуштан яҙҙырып, әйберҙәрен урлаусы Сабанов тигән ирҙе ҡулға алғайнылар.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/k-nfit-ashauy-la-ur-ynys/
Читайте нас: