Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 11:56

Күңелдә иң яҡты тәьҫораттар ҡалды

Йәй - көтөп алған отпуск һәм каникул ваҡыты ғына түгел, ә ҡыҙыҡлы эш менән шөғөлләнеү, үҫешеү, белемеңде һәм оҫталығыңды камиллаштырыу өсөн уңайлы осор ҙа.

Шулай итеп, быйыл йәй миңә Рәсәй төбәктәрендә татар телен өйрәнеү мәсьәләләре буйынса Ҡазан ҡалаһында үткән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Унда Рәсәй Федерацияһы субъекттары башҡарма власть органдарының милли белем биреү кураторҙары, татар телен уҡытыу һәм татар телен өйрәнеү менән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре, «Иң яҡшы татар теле уҡытыусыһы», туған телдәр уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй мастер-кластар конкурстары еңеүселәре, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала, татар теле буйынса VII Халыҡ-ара олимпиадала еңеүселәр һәм призерҙарҙы әҙерләгән уҡытыусылар, шулай уҡ татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһын арттырыу курстарына саҡырылғандар ҡатнашты. Барлығы семинарҙа ҡатнашыусылар 350нән ашыу кеше булды.

«Замана уҡытыусыһына - замана талаптары» - 180 һанлы күп профилле полилингваль гимназия базаһында үткән пленар ултырыштың темаһы ошолай булды, унда беҙ ошо белем биреү учреждениеһының эш тәжрибәһе менән таныштыҡ, мастер-кластарҙа ҡатнаштыҡ, милли белем биреү буйынса күрһәтелгән күргәҙмә менән таныштыҡ. Бында Татарстан Республикаһының мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илсур Һәҙиуллин, төбәктәрҙән уҡытыусылар докладтар менән сығыш яһаны.

Шулай итеп, беҙ профессионалдарҙың сығыштарын күреп, тыңлай алдыҡ, дәрестәрҙе алып барыуҙың заманса ысулдары менән таныштыҡ. Өс телдә ирекле һөйләшкән балалар барыһын да шатландырҙы, улар менән Ҡазандың балалар баҡсаларында, мәктәптәрендә һәм гимназияларында таныштыҡ. Шулай уҡ Ҡырлайға экскурсия менән, Иҫке Ҡазанға Әлифба музейына барҙыҡ, баш ҡаланың урамдары буйлап йөрөнөк, Ғ.Камал исемендәге театрҙа рәхәтләнеп спектакль ҡараныҡ.

Ҡазандан онотолғоһоҙ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Унда барыу файҙалы, һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы булды.


Айгөл ЙӘРМИЕВА, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: