Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 11:51

Ауыл халҡы әүҙем булды

Ҡабыҡҡыуыш ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залы тулы ине тиерлек. Ауыл халҡы борсоған һорауҙарын биреп, фекерҙәрен белдерергә, проблемалары менән уртаҡлашыр өсөн район етәкселеге менән осрашыуға килде. Бындай осрашыу был ауылда ағымдағы йыл башында булғайны инде. Унда күтәрелгән бер нисә мәсьәлә хәл ителгән, бер нисә проблема - хәл итеү стадияһында, уларҙың ҡайһы берҙәре йәнә күтәрелде.

Мәҫәлән, ауыл халҡын ауылда участка ветеринар табиптың булмауы борсой. Ауылда көтөү көтөргә урын етмәү проблемаһы ла бар, уны махсус фондтан ер бүлеп хәл итергә мөмкин.

- Әммә шундай шарт менән, һеҙ мал һанын кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш, - тине район хакимиәте башлығы бурыстарын башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов.

Ҡабыҡҡыуыш-Күндерәк юлын ремонтлау мәсьәләһе лә яңғыраны, унда йыш ҡына үлем менән тамамланған юл-транспорт фажиғәләре күп була. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Муса Ноғоманов Юл хужалығы идаралығынан килгән яуапты уҡып ишеттерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләһе ике йылда был участкаға асфальт түшәү ҡаралмаған. Балалар баҡсаһын ремонтлауға ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды, уның бинаһы авария хәлендә тип танылған, ә балаларға урындағы мәктәптә ике бүлмә биргәндәр. Бинаны нығытыу буйынса кәрәкле эштәр башҡарыуға аҡса бүленгән.

Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Фидаил Хәбибуллинға бер нисә һорау бирелде. Атап әйткәндә, улар дарыу менән тәьмин итеү, дауаханала табип-окулистың булмауы, юғары технологик медицина ярҙамы алыуға ҡағылды.

Ҡабыҡҡыуыштар әүҙем булды. Осрашыу барышында ауыл мәҙәниәт йортон, шулай уҡ элекке почта бүлексәһе урынлашҡан бинаны ремонтлау, Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәүсе, өйө авария хәлендә тип танылған бала саҡтан инвалид Ф.Кудинованың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре лә күтәрелде.

Барлыҡ яңғыраған проблемалар Рөстәм Камил улының шәхси контроленә алынды, ул иһә 8 сентябрҙә ҡабыҡҡыуыштар шундай уҡ әүҙемлек күрһәтер, һайлау участкаларына килеп, тауыш бирер тигән теләк белдерҙе.

***

Ә шәмбе көндө Түбәнге Аллағыуат ауылы халҡы менән дә ошондай осрашыу булды. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, аллағыуаттар һәм мостафалар сарала әүҙем ҡатнашты, форсаттан файҙаланып, һорауҙар бирҙе, проблемалар күтәрҙе.

Шуларҙың береһе - Мостафа ауылынан Түбәнге Аллағыуат ауылына тиклем юл участкаһына асфальт түшәү. Улар шулай уҡ пай ерҙәре өсөн фермерҙар биргән ашлыҡ күләмен арттырыуҙа ярҙам һораны. Ауыл халҡы буш торған өйҙәр участкаларын ҡарағура баҫыуына борсола. Был янғын йәһәтенән хәүеф тыуҙыра. Мостафалар ауылда магазин һәм медицина пункты булмауын белдерҙе.

- Күпселек мәсьәләләрҙе урында һәм район кимәлендә хәл итергә мөмкин, уларҙы контролгә аласаҡбыҙ, ә ҙур финанс сығымдар талап иткән мәсьәләләргә килгәндә, рәсми хаттар менән республика органдарына һәм ведомстволарына мөрәжәғәт итербеҙ, - тине сара аҙағында район хакимиәте башлығы бурыстарын башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

М.ҒӘНИЕВ.

Авторҙарҙың фотолары.
Читайте нас: