Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 14:30

15 йыл ҡоллоҡта булған. Туғандарын белмәйһегеҙме?

Был оло йәштәге ир ҡалалағы бер транспорт туҡталышында йәшәй. Ул инсульт кисергән, һул ҡулы хәрәкәтләнмәй тиерлек.

Владимир Илмурзин исемле кешене Бәләбәй халҡы танып бөткән. Уның һөйләүенсә, 15 йыл ғүмерен Дағстанда ҡоллоҡта уҙғарған.

Ир тәүҙә ғаиләһе менән Ҡаҙағстанда йәшәгән. 20 йыл элек ҡатынынан киткән. Эшкә урынлашҡан, әммә кирбес заводына ҡоллоҡҡа эләккән. Дүрт йыл элек, ниһайәт, ҡасып ҡотолған. Ҡулында һаман да СССР паспорты булғас, Ҡаҙағстан сиген аша сыға алмаған. Уның шәхесен иҫбатлар йәки документтарын тергеҙеүҙә ярҙам итерлек туғандары юҡ икән.

Ҡоллоҡта булған ирҙең яҙмышына битараф булмаған кешеләр табылған шулай ҙа. Татьяна Сперанская тигән ҡатын социаль селтәрҙәр аша уның туғандарын эҙләй башлай. Балаларын Төмән ҡалаһынан таба, ләкин... улар атайҙарынан баш тарта. Йәнәһе, ғаиләнән киткәнен ғәфү итә алмайҙар.

Владимирҙың бер туған ағаһы Бәләбәйҙә йәшәй тиҙәр. Ләкин ул әлегә яуап бирмәй. Ә бит тиҙҙән ҡыш етер, иргә баш осонда ҡыйыҡ кәрәгер... Бәлки, уның башҡа туғандары ла барҙыр, белмәйһегеҙме?https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/15-yyl-ollo-ta-bul-an-tu-andaryn-belm-y-ege-me/
Читайте нас: