Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Август 2019, 12:09

Үәт, ҡыҙыҡ! 19.08.2019

– Һин бит минең ни өсөн илағанымды ла белмәйhең, hорамайhың да, – ти ҡатыны, асыуланып. – Ниңә илағанымды әйтәйемме? – Юҡ, юҡ! Әйтмә, миндә ул тиклем аҡса барыбер юҡ, – тигән ир. * * * Урамдан балыҡсы 100 килограмм самаhы йәйенде күтәреп, көскә-көскә hөйрәп килә. Ҡаршыhына ҡулына бәләкәй генә биҙрә тотҡан, ә унда ваҡ ҡына балыҡтар йөҙгән икенсе балыҡсы осрай hәм мыҫҡыллы йылмайып: – Нимә, берҙе генә тоттоңмо ни? – ти.

* * *

– Туташ, әйҙә бөгөн осрашайыҡ!

– Ниндәй туташ булайым мин һиңә! Мин – ир ҡатыны. Көндөҙ осрашһаҡ ҡына инде.


* * *

Сит планета вәкилдәре беҙҙең менән бәйләнешкә инергә ашыҡмай. Сөнки беҙҙең ҡайһы бер түрәләрҙең, уларға барып, бөтә нәмәне урлауынан шөрләй.


* * *

Бер ҡарт һайлау участкаһына килә лә:

– Ҡыҙым, минең әбей тауыш бирҙеме ул? – тип һорай.

– Хәҙер ҡарайбыҙ, бабай... Ә, эйе, бына, һайлап киткән. Нимә, бабай, айырым тораһығыҙмы ни?

– Юҡ та, әбейем 10 йыл элек үлгәйне. Шулай ҙа, отчеттарҙан күренеүенсә, һайлауға йөрөй икән... Үҙен бер нисек тә осрата алмайым...Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас: