Әле тәфтишселәр Красноселькуп районының Толька ауылында теркәлгән фажиғә буйынса енәйәт эшен тикшерә.
Асыҡланыуынса, 64 йәшлек пенсионер ауылдашы менән араҡы эскән мәлдә һүҙгә килешә. Үкенескә ҡаршы, үҙ-ара тиргәш һуңынан ҡул һуғышына әүерелә. Ғәйепләнеүсе ир иптәшен ныҡ ҡына дөмбәҫләп ташлай.
Ауыр тән йәрәхәттәре алған "дуҫы” шунда уҡ йән бирә. Үлемесле ваҡиға июнь аҙаҡтарында теркәлгән.Башҡортостан гәзитенән.