Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Август 2019, 12:06

Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

Эш араһында өҫтәмә табыш алған йәки өйҙә ултырып, үҙ йүнен үҙе күргән хужабикәләргә ҡарап һоҡланам. Өйөндә генә торт бешереүсе кондитер, фотограф, сәс ҡырҡыусы, тырнаҡ оҫтаһы, тегенсе, биҙәүестәр яһаусыларҙың бик күп булыуын беләбеҙ. Амбициялы, үҙ-үҙенә ышанған тырыштарҙың аҡса эшләү мөмкинлеге бар хәҙер. Социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмөн булдырып, һәр кем күңеленә ятҡан һөнәр менән шөғөлләнә ала.

Хеҙмәттәрҙең һәм йүнәлештәрҙең төрлө булыуынан күҙ ҡамаша: хендмейд, йәғни ҡул эше XXI быуат эшҡыуар­лығының бер тө­рөнә әйләнде. Бәйләү, бижутерия, ағас һыр­лау, тиренән әй­берҙәр тегеү һәм башҡа йүнәлеш­тәрҙә яңы цифрлы технологиялар, 3D принтер хенд­мейд­ҡа ярҙамға килә.


Өфө ҡалаһында йәшәүсе ике бала әсәһе Көнһылыу Хәсәнова ла декрет ялында ғаилә бюджетына ярҙам итергә теләй. Ҡатын термоярлыҡтар, исемле биркалар, открыткалар, шокобокстар, календарҙар эшләү менән шөғөлләнә.


– Декрет ялы минең өсөн эҙләнеүҙәр мәле. Тәүге балам Данис менән ялда булғанда төрлө өлкә менән ҡыҙыҡһындым: бәйләү, сигеү, һабын ҡайнатыу һәм башҡа шөғөлдәр менән мауыҡтым. Ә был эшемде уйламағанда башлап ебәрҙем. Мәктәптә эшләгәндә принтер менән ноутбук алғайныҡ. Мин декретҡа сыҡҡас, улар оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ ултырҙы.


Кемдер, принтер тик ултырһа, боҙола, тигәс, яйлап фотолар сығара башланым. Махсус программалар өйрәнеп алып, заказға календарь, открытка, туй гәзите, саҡырыу ҡағыҙы кеүек әйберҙәр эшләй инем. Башта туғандарға ғына эшләнем, һуңыраҡ интернет селтәрендә төркөм асып, эштәремде бүтәндәргә лә тәҡдим итә башланым, – тип һөйләй Көнһылыу.


Яйлап ул шокобокстар (китап рәүешендә йәки пенал кеүек шоколадлы открыткалар) яһауҙы үҙләштерә. Үҙенсәлекле, ҡа­батланмаҫ бүләк яһар­ға теләүселәр шокобоксты һайлай. Шоколад дизайнлы ҡаптарға төрөлә, уларҙың һәр береһенә изге теләк яҙыла.


Тора-бара балалар өсөн “метрика”, эш­ҡыуарҙарға визитка кеүек әйберҙәр эшләй башлай. Бер йыл элек кенә бөтөнләй ят булған компьютер дизайнын үҙләштереүгә ныҡлап тотона.


Ҡыҙы балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, кейемдәрен ни рәүешле итеп билдәләргә икән, тигән һорау тыуа. Яслелә күп ата-әсә был мәсьәләгә юлыға: сөнки бәләкәс әлегә үҙенең кейемен таный белмәй, ә тәрбиәсегә, утыҙлаған бала араһында, был икеләтә ҡыйын. Әй­берҙәр буталып бө­тә, бигерәк тә гимнастика өсөн бер иш форма булған ос­раҡта. Ҡатын да баш­ҡалар кеүек ке­йемгә Сафияның исе­мен йә сигеп, йә ручка менән яҙып ҡуя. Тик был ысулдар һис тә оҡшамай, сөнки береһен сигеүе оҙаҡ, икенсеһе кейемде бысрата.


Берҙән-бер көндө интернетта тер­моярлыҡтар тәҡдим иткән сайт күҙенә салына. Көнһылыу уларҙы яһарға өйрәнеү теләге менән яна башлай. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан – күп эҙләнеүҙәр, хаталаныуҙар һәм йоҡоһоҙ төндәр аша маҡсатына ирешә.


Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас: