Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Август 2019, 11:58

«Бөтәһе лә һайлауға»: еңеүселәр билдәле!

«Бөтәһе лә һайлауға» конкурсында 128 бала һәм өлкән кеше ҡатнашҡан.

Бер айҙа ведомствоға 150-нән ашыу ижади эш килгән. Яңауыл районы (30 плакат), Салауат (25), Өфө ҡалаһының Дим районы (22), Орджоникидзе районы (15) вәкилдәре ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Конкурста шулай уҡ Ейәнсура, Дәүләкән, Бәләбәй, Саҡмағош, Ҡариҙел, Салауат, Ишембай һәм Дыуан райондары, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай халҡы ла әүҙем ҡатнашҡан.


Һайлаусылар, быйыл 8 сентябрҙә участкаға килеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарҙың береһенә һәм депутаттарға тауыш бирһен өсөн, ҡалаларҙа һәм райондарҙа иң яҡшы һүрәттәрҙе элеп ҡуйҙылар.


Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, төрлө йәш категорияларында (14 йәшкә тиклем, 14 - 18 йәшкәсә һәм 18 йәштән өлкәндәр) 62 эш алдынғы урындарға лайыҡ булған. Еңеүселәрҙең береһе — Өфө ҡалаһы Киров районының атайҙар советы рәйесе 49 йәшлек Азамат Юлбарыҫов. Ул беренсе кластан һынлы сәнғәт менән мауыға, нигеҙҙә, пейзаж төшөрә.


«Беҙ һайлау темаһын һәм Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу ваҡиғаһын берләштереү ниәтендә «100 процентҡа тауыш биреү» тигән саҡырыуҙы һайланыҡ», — тине Азамат Юлбарыҫов.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында конкурста еңеүселәрҙең исемдәрен билдәләнеләр:


«14 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар» төркөмөндә

беренсе урын – Камила Хәлиловаға (Салауат);

икенсе урын – Милана Дорминдонтоваға (Өфө);

өсөнсө урын – Софья Фәхретдиноваға (Салауат);

«14 - 18 йәшлек ҡатнашыусылар» төркөмөндә

беренсе урын – Артур Ғариповҡа (Өфө);

икенсе урын – Булат Ситдиҡовҡа (Саҡмағош районы);

өсөнсө урын – Александр Окуловҡа (Салауат);

«18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар» төркөмөндә

беренсе урын – Азамат Юлбарыҫовөа (Өфө);

икенсе урын – Валентина Әмирхановаға (Яңауыл районы);

өсөнсө урын – Ольга Булатоваға (Дыуан районы) бирелде.
Читайте нас: