Әйткәндәй, ярты быуаттан ашыу элек Бөйөк Британия дауаханаларында үткәрелгән тикшереү ҙә нәҡ ошо хәҡиҡәтте иҫбатлаған.
Швеция ғалимдары 35 йыл дауамында 1.1 миллион кешенең сәләмәтлек торошон тикшергән. Һөҙөмтәлә шул асыҡлана: икенсе ҡан төркөмөндәге кешеләрҙең ашҡаҙанында яман шеш барлыҡҡа килеү ихтималы байтаҡҡа юғарыраҡ. Өсөнсө һәм дүртенсе ҡан төркөмө хужаларының ашҡаҙан аҫты биҙе рагы менән сирләүе мөмкин.
Әммә ямаш шешкә килтергән төп сәбәптәр: алкоголде саманан тыш ҡулланыу, тәмәке тартыу, шулай уҡ елһенеүгә ҡаршы ҡулланылған, стероидлы булмаған препараттарҙы файҙаланыу.
Йәнә шул да мәғлүм булһын: АҠШ-тың Милли биотехнологик мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе ҡан төркөмөнә ҡараған пациенттарҙа норовирус һәм Helicobacter pylori тыуҙырған сирҙәр табылған, улар гастрит һәм ашҡаҙан сей яраһы сирҙәренә сәбәпсе булып тора.Башҡортостан гәзитенән.