Ғаиләнең имен түгеллеге аңлашылып тора. Наркотиктар менән ир генә түгел, ҡатыны ла шаяра икән. Уларҙың ғаиләһендә тағы бер бала бар. Малайҙарына әле ике йәш тә тулмаған. Опека органдары был баланы бер нисә мәртәбә ғаилә ҡарамағынан тартып алған булған, тик ниндәйҙер сәбәптәр менән кире ҡайтарған.