Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Август 2019, 21:41

ТӨНГӨ ЗЫЯРАТҠА... ТУПРАҠ АРТЫНАН

Кисә бер ҡатын менән һөйләшәм.– Эй, һиңә хәбәр һөйләү менән миңә барыбер ышанмайһың инде. Вообще то, миңә береһе лә ышанмай. Эсә, алкаш, тейең инде һин дә. Но, эсеп йөрөһәм дә минең кешегә зыяным тейгәне юҡ. Һәр хәлдә лә З. һымаҡ ҡурҡыныс бисә түгелмен. – Ул нимәгә ҡурҡыныс һуң?– Нимәгә, нимәгә? Ышанһаң да, ышанмаһаң да һөйләйем әле. Бер көн бахмурҙан ныҡ ауырығас, тағы шуға барҙым. Аҡса юҡ, үтескә бирмәй. Эй инәләм, эй юхалайым, юҡ инде. Ахырҙа сығып китергә булғайным, еңемдән тартып туҡтатты. “Баш төҙәткең киләме?” “Һуң, килә шул, килә! Күрмәйһеңме һуң, үлеп барам”. “Ә мин һине ҡотҡара алам”. “Йә һуң, күп тә кәрәкмәй, берәй эшкәлик кенә ҡойоп бир ҙә”. “Эшкәлик түгел, бер ярты бирәм, түлкә минең менән бер ергә барып киләһең”.

Минең күҙҙәр янып китте, хәҙер мин инәлтәм: “Барам, барам, хоть ер сигенә, но, бер-ике рюмка ҡойоп бир. З. йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләп ебәрҙе, бер-бер артлы ике рюмка көмөшкә ҡойоп бирҙе. Мин ҡалтыранған ҡулдарым менән йәһәт кенә тәүге рюмканы бушаттым. Әҙерәк эскә йылы ингәндәй булды. Но, баш сатнап ауырта. Хужабикәгә буш рюмкамды этәм. Ул тағы һаҫыҡ шыйыҡсаһын һалып бирҙе. Быныһы ла тәүгеһе янына шул уҡ тиҙлектә инеп ятты. Донъя түңәрәкләнде, шулай ҙа алдымда ултырған бисәнең йомошон оноторлоҡ хәлдә түгелмен. Шул арала ул: “Йә, нимә йәйелдең, тор, киттек”, – ти. Шул урында мин үҙбаһамды күтәрмәк булып: “Тағы бер рюмка ҡойоп бирмәһәң, һинең менән бер ергә лә бармайым”, – тием. Теге бисә лә яһил. Мине генә түгел, барлыҡ тоҡомомдо эттән алып һүкте лә, шулай ҙа бер рюмка тағы ҡойоп бирҙе. Был юлы өсөнсө рюмканы яйлап эстем, өҫтәлдән бер - ике ҡатҡан икмәк тә алып ҡаптым. Шул арала хужабикә ҡабаландыра башланы. Мин туңҡанлай-туңҡанлай артынан эйәрҙем.

Ҡап-ҡараңғы төн, күҙгә төртһәң күренмәй тигәндәре ошолай булалыр инде. Етмәһә, төн өшәнес, һыуыҡ. Бына икәүләп ауыл урамынан барабыҙ. Унда-бында эттәр абалап сыға, ҡайҙалыр кеше тауыштары ишетелеп ҡала. Беҙ аллы-артлы эйәртенешеп һаман атлайбыҙ. Бына ауыл да артта ҡалды. Ҡайҙа барғанды ла белгән юҡ, теге бисә артынан алпан-толпан атлайым. Миңә ней нимә?! Баяғы эскән башҡа сыҡты, донъя түңәрәк, миңә тимәһә хет ер сигенә апармаймы. Тик, өйҙән сығыр алдынан һалып алған, баяғы башланған көмөшкәне генә бирергә онотмаһын. Ә тәк, барырға икән барырға, уговор дороже денег. Ауыл урамын сыҡҡас, шоссе юл аҫтынан атлай башланыҡ. Былай йыраҡ барыу шомландыра башланы. Нисек кенә иҫерек булһам да, күңелде ҡурҡыу биләне. Яйлап арттараҡ ҡала башланым. Туҡтап мине көтә лә, әрләй-әрләй йәнәш атлата башланы был мине. Тыңлаулы быҙау һымаҡ, танауҙы мырш-мырш тартып янынан атлайым. Бына бер заман ауыл ҡыйлығы янынан үтәбеҙ. Һаман булһа ҡайҙа барғанымды белерлек хәлдә түгелмен. Һорауым да яуапһыҙ ҡала. Миңә баш баҫып эйәреүҙән башҡа сара ҡалмай. Бына минең иң ҡурҡҡан урыным – ауыл зыяраты. Уның янынан ҡап-ҡараңғы төндә түгел, көндөҙ үтеп йөрөүҙе күҙ алдына килтерә алмайым. Ярай әле зыярат ауылға яҡын түгел. Янынан үтеп, икенсе ауылға барабыҙҙыр тигән уй үтте баштан. Юҡ икән, уйым дөрөҫләнмәне. Туп-тура зыярат ҡапҡаһына бара был. Бына ныҡ итеп сырмап бәйләнгән ҡапҡаны асты, иң алда эскә мине индерҙе, артымдан үҙе инде. Аяғымды саҡ шылдырып алға атлайым. Баяғы эскән генә нәмәм баштан сығып бөттө. Кемдәндер ишеткән доғаларҙы иҫкә төшөрөргә тырышам. Исмаһам, бер доға иҫкә төшһәсе. Шулай ҙа, “бисмилла, бисмилла”, тип йыш ҡабатлайым. Эйәртенешеп ҡәберлектәр араһында йөрөйбөҙ. Уңда ла, һулда ла, алда ла, артта ла таш ҡәберҙәр. Бына, ниһайәт, был бисә бер ҡәбер янына сүкәйҙе лә, үҙе менән алып килгән пакетҡа тупраҡ тултырырға ҡушты. Мин алан-йолан ҡаранып ҡушылғанды үтәйем. Ярты пакет тупраҡты миңә тотторҙо ла сығыу яғына ыңғайлайбыҙ. Йөрәк дарҫлап тибә, эскәндең әҫәре лә юҡ, баш баҫып артынан атлайым. Ҡулымдағы тупраҡ һалынған пакет шул тиклем ауыр тойола. Ҡайтҡанда, килгән юлдан атламайбыҙ, ауылға икенсе юлдан инәбеҙ. Был юлы асфальттан атлайбыҙ. Әмәлгә ҡалғандай урам араһында бер әҙәм заты юҡ. Бер уйлаһаң, бындай шөҡәтһеҙ, яҡшы хужа этен дә сығармаҫлыҡ төндә, кем генә булһын инде? Аллы-артлы һаман алға атлайбыҙ. Бына таныш өйҙәр. Эстән генә был шуның өйө, был быныҡы тип барам. Күптән ауылдың был осонда йөрөгәнем юҡ икән. Бына эйәртенешеп ауыл уртаһына етәбеҙ, беҙҙең өй яғына яҡынлайбыҙ. Беҙгә барабыҙмы икән, тип уйлап та өлгөрмәйем, З. минең күршенең йортона борола. Тейен етеҙлеге менән өйрәнгән ҡапҡаһын асып инә. Мин артынан эйәрәм. Тауыш-тынһыҙ ғына күршемдең урамында йөрөйбөҙ. Был минең ҡулдан зыяраттан алып ҡайтҡан тупраҡлы пакетты тартып алды ла, күршемдең тупһаһына, нигеҙ буйына һибә башланы. Мин бер яҡ ситтәрәк шаҡ ҡатып торам. Бына ул, ниһайәт, уйлаған уйын тормошҡа ашырҙы. Тиҙ-тиҙ генә ҡапҡанан сығабыҙ. Шул арала ҡуйынынан алып минең ҡуйынға башланған көмөшкәһен тыҡты. Мин бөгөн төндә күргән-кисергәндәремдән шаңҡып тора бирәм. Шул арала З.-ның ҡарлыҡҡан тауышы ҡолаҡты яра. “Был турала берәйһенә әйтә торған булһаң, минән яҡшылыҡ көтмә!”

Шул урында юлдарыбыҙ айырыла. Мин шәп-шәп атлап өйгә ҡарай тәнтрәкләйем, ул төн ҡараңғылығына инеп юғала. Бына урам ҡапҡаһы, өй ишеге. Тауыш-тынһыҙ ғына өйгә инәм. Тура аш-һыу бүлмәһенә үтеп һәрмәнеп, һауыт табып алдым. Ҡалтырана-ҡалтырана ҡуйынымдан теге бисә биргән шешәне тартып сығарып ҡойҙом. Түгә-сәсә туп-тулы һаҫыҡ көмөшкәне ауыҙға килтерҙем, күҙемде сытырлатып йомоп эсеп ебәрҙем һәм хәлһеҙләнеп янымдағы карауатҡа ауҙым. Нимә эшләгәнемде аңлап, үкереп илай башлайым. Шулай йоҡлап киткәнмен. Иртәнсәк уянып китһәм, тамаҡ кипкән, баш сатнап килә. Ипләп кенә тороп ултырҙым. Өҫтөм бысраҡ. Ҡулдарым зыярат тупрағына ҡуша ҡатҡан. Сиселмәгән аяҡ кейемем дә тупраҡҡа болғанған. Тиҙ-тиҙ генә кинокадр кеүек кисәге төнгө хәл күҙ алдынан үтә. Атылып тышҡа сыҡтым, күршемә атлайым. Йүгереп өйөнә индем. Күршемде күреү менән уны аптыратып илап ебәрҙем. Нисек бар, шулай барыһын да һөйләргә үҙемдә көс таптым. Әй, һин миңә ышанмайың инде ул, ышанмаһаң – үҙенән һора...

Ҡатындың иламһырап, үкенеп һөйләгәндәрен ишетеп, йөрәгем өшөнө. Эйе, хәҙерге ваҡытта кешеләр бер-береһенә ҡарата ниндәй генә яуызлыҡ ҡылмай. Тик аҙағы барыбер уларҙың үҙҙәре өсөн хәйерһеҙ бөтәсәк бит!

Уйланығыҙ, кешеләр!

Гөлзәминә. Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас в